Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
9 Октябрь , 08:30

Һауа торошо ҡапыл үҙгәрә

Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошоноң ҡапыл үҙгәрәсәген фаразлай.

Һауа торошо ҡапыл үҙгәрә
Һауа торошо ҡапыл үҙгәрә

Бөгөн, 9 октябрҙә, республикала урыны менән ямғырҙар, хатта йәшенле ямғырҙар күҙаллана. Көндөҙ +15, +20 градус, төндә +10 градусҡа тиклем буласаҡ.

10 октябрҙә ямғырҙар көтөлә. Төньяҡ райондарҙа кискә ҡарай ҡарлы ямғыр яуыу ихтималлығы юғары.

Көндөҙ һауа температураһы +8, +13 градус, төндә +2, +7 градус тирәһе көтөлә. Төньяҡ райондарҙа +3 градус тирәһе.

Көҙ көҙлөгөн итергә тейеш инде хәҙер. Тәбиғәткә ямғыры ла кәрәк. Аяҙ көндәр өсөн рәхмәт быйылғы көҙгә.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: