Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 сентябрҙә Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -5° тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +13, +18°.
27 сентябрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән -3-ҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +15, +20°.
28 сентябрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ республиканың төньяғында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән -2° тиклем һалҡын, көндөҙ +17, +22°.