Тәбиғәт
24 Сентябрь 2024, 03:35

Көҙҙәре лә быйыл йәй кеүек!

Ямғырлы йәй өсөн компенсация “түләй”, ахыры, быйылғы көҙ. “Әбейҙәр сыуағының” матурлығы! Ә алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр?

Көҙҙәре лә быйыл йәй кеүек!Көҙҙәре лә быйыл йәй кеүек!
Көҙҙәре лә быйыл йәй кеүек!

Синоптиктар фаразына ҡарағанда, иртәгә, 25 сентябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә 0, -5 градус булып, ҡырау төшөүе ихтимал. Урыны менән +5 тә булыуы мөмкин. Көндөҙ +10, +15 градус күҙаллана.

Кесаҙна, 26 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөм күҙалланмай. Төндә 0, -5, урыны менән +5 градус, көндөҙ +13, +18 градус көтөлә.

Синоптиктар артабан һауа торошоноң бер ни тиклем күтәрелеүен белдерә.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас