Тәбиғәт
20 Сентябрь 2024, 06:55

Ял көндәренең ямғырлы булыуы фаразлана

Башҡортостанда ял көндәрендә ямғыр яуыуы фаразлана. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн, йома, 20 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, айырым райондарҙа йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +15,+20°.

Ял көндәренең ямғырлы булыуы фаразланаЯл көндәренең ямғырлы булыуы фаразлана
Ял көндәренең ямғырлы булыуы фаразлана

Шәмбе, 21 сентябрҙә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +13,+18°.

Йәкшәмбе, 22 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +12,+17°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-20/v-bashkirii-prognoziruyut-dozhdlivye-vyhodnye-3937555

Автор:
Читайте нас