Тәбиғәт
13 Сентябрь 2024, 10:30

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Йәй күрмәгән ҡояшты, йылыны көҙ күреп кинәнәбеҙ, шөкөр. Бесәнде артығы менән эшләгән кешеләр ҙә бар инде. Картуфты ла халыҡ рәхәтләнеп йылыла ҡаҙа. Ә ялдарҙа көн нисек була һуң?

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° тиклем күтәрелә.

Шәмбе, 14 сентябрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, көнсығыш райондарҙа 0,-2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +18,+23°.

Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-13/v-eti-vyhodnye-zhiteley-bashkirii-zhdet-teplaya-pogoda-i-babie-leto-3927471

Автор:
Читайте нас