Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
11 Сентябрь , 08:15

Алдағы өс көндә һауа торошо нисек булыр?

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошона күҙаллау яһаған.

Алдағы өс көндә һауа торошо нисек булыр?
Алдағы өс көндә һауа торошо нисек булыр?

Бөгөн, 11 сентябрҙә, артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ һауа температураһы +21, +26 градус  тирәһе буласаҡ.

Иртәгә, 12 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ көн көтә. Температура төндә +7, +12, көндөҙ +18, +23 градус  фаразлана.

Йомала, 13 сентябрҙә, яуым-төшөм вәғәҙә итмәйҙәр. Температура кесаҙналағы һымаҡ көтөлә.

Быйылғы йылда оло бүләк булған аяҙ көндәрҙең һәр минутын файҙаланып, көҙгө эштәрҙе хәстәрләп ҡалырға форсат бирелә, шулай итеп.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: