Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
26 Август , 09:30

Аҙнаны тәүге яртыһында һауа торошо нисек булыр?

Аҙна башында республикала һауа температураһы +25 градусҡа тиклем йылына.

Аҙнаны тәүге яртыһында һауа торошо нисек булыр?
Аҙнаны тәүге яртыһында һауа торошо нисек булыр?

Бөгөн, 26 августа, республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы ихтимал. Һауа температураһы +20, +25 градус  күҙаллана.

Иртәгә, 27 августа, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй, төндә бер аҙ яуып үтеүе мөмкин. Һауа температураһы +20, +25 градус тирәһе.

Шаршамбы, 27 августа ла, синоптиктар шундай уҡ һауа торошо вәғәҙәләйҙәр.

Состарға көнөн бирҙе, шөкөр. Өлгөрөп ҡалыу бик мөһим.

“Башинформ” мәғлүмәте файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: