Һуңғы арала айыуҙарҙың һаҡһыҙ ҡыланыуы тәү сиратта уларҙың һанының артыуы, һунар итеүҙең кәмеүе һәм туризмдың үҫеше менән бәйле. Рәсәйҙә һунарсылыҡ ҡағиҙәләре үҙгәрҙе һәм хәҙер хайуандарға өңдәрендә һунар итмәйҙәр. Ә бит 1960—1980 йылдарҙа Бөрйән районында айыуға һунарҙың 55%-ы ошо рәүешле алып барылған. Хәҙер полиция браконьерлыҡ осраҡтарын әүҙем асыҡлап, яҡшыраҡ эшләй. Һунарсыларҙың эҙәрләүҙәренең кәмеүе һәм күпләп үрсеп китеүҙәре арҡаһында айыуҙар, бигерәк тә йәш айыуҙар, кешеләрҙән ҡурҡыуҙан туҡтай, туристик сүплектәр буйлап асыҡтан-асыҡ йөрөй. Ғәмәлдәге һунар биләмәләрендә айыуға һунар итеү мөмкин, ләкин ул бик ҡиммәткә төшә һәм быға тиклем хайуандарҙың күпселеген аулаған ауыл халҡы өсөн матди яҡтан ҡулай түгел. “Айыу браконьерын” рөхсәт ҡағыҙҙарһыҙ тотһалар, уға енәйәт эше һәм бик ҙур штраф һәм суд дәғүәһе янай. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем, районыбыҙ биләмәһенең 44%-ын ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктар биләй, уларҙа һунар итеү юҡ. Полицияның иғтибары, кәрәҙле элемтә үҫеше һәм ауыл халҡының менталитеты үҙгәргәнлектән, криминаль һунарсыларҙы көндән-көн йышыраҡ үҙ ауылдаштары хоҡуҡ һаҡлау органдарына “һата”. Был эштә бигерәк тә дәүләт тарафынан “рәнйетелгәндәр” (әйтәйек, ағас урлау менән бәйле мәсьәләләрҙә) әүҙемлек күрһәтеп, тиҙерәк ошаҡлаша һалалар.
Айыу аҙыҡ-түлек сылбырының өҫкө өлөшөндә тора, әлегә кешенән башҡа уның һанын көйләүсе фактор юҡ. Быға тиклем теркәлмәгән ҡурҡыныс паразит сире – трихинеллез таралыуы һәм гельминттар менән зарарланыуы артыуы арҡаһында урындағы халыҡтың күбеһе һуңғы ваҡытта айыу итен ашауҙан ҡурҡа башланы. “Ҡара баҙар”ҙа хәҙер айыу тиреһе һәм үтенә ихтыяж юҡ. Тайыштабанға һунар итеүсе бай һәүәҫкәр һунарсылар һаны кәмене. Эксперттар баһалауынса, һуңғы тиҫтә йылдарҙа төбәктә законһыҙ (элек ул өҫтөнлөк итә ине) һәм законлы рәүештә айыу аулау 3-10 тапҡырға кәмегән. Беҙҙең яҡтарҙың инә айыуҙары йыш ҡына ике йыл һайын 2-3 бала килтерә. Беҙҙең ҡурсаулыҡ зоологы А.В.Лоскутов 80-се йылдарҙа бөрйән айыуҙарының үрсеү кимәле СССР-ҙағы уртаса күрһәткестән 2 тапҡырға юғары булыуын асыҡлай. Бында “шатундар” юҡ, һимереү өсөн һәр ваҡыт төп аҙыҡ, йәки уларҙы алыштырыусы аҙыҡ бар. Һуңғы 30 йыл эсендә был иң аҡыллы йыртҡыстарҙың үрсеүе аҙ үҙгәргән, әммә уларҙың һаны 1,5-2 тапҡырға артҡан. Әйтәйек, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының майҙаны 225 кв. км һәм ул Уралда иң бәләкәйҙәрҙән һанала. Июль айында үткәрелә торған айыуҙарҙың иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса 60 – 30 йыл элек 25-35 айыу иҫәпләнһә, һуңғы өс тиҫтә йылда 37-47 айыу күрһәтелә. Был айыуҙар ныҡ күп тигән һүҙ. Айыуҙарҙың урман-дала райондарына миҙгелле күсеүе көсәйеүе күҙәтелә, был ваҡытта хайуандар көнбағыш һәм иген өсөн ауыл хужалығы ерҙәренә китә, ә һуңынан бындағы өңдәренә кире ҡайта.
Нисек кенә парадоксаль тойолмаһын, әммә тайыштабан ҡурсаулыҡҡа ла зыян килтерә. Эш шунда, ғәҙәти булмаған айыуҙар бар, уларҙы “солоҡсолар” һәм “умартасылар” тип атайбыҙ. Ғәҙәттә уларҙәң һаны 5-10 проценттан артмай. Балды бер тәмләп ҡарағас, улар умарталарҙы, солоҡтарҙы, түмәр умарталарҙы эҙләйҙәр. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы бит 1958 йылда үҙенсәлекле бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау өсөн булдырылған! Һөҙөмтәлә туҙҙырылған ҡорттар һәләк була, ә был беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Беҙ солоҡтарҙы туҡмаҡ, тимер, селтәр, сәнскеле сым менән һаҡлайбыҙ, улар ниндәйҙер кимәлдә ҡорттарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә ала. Үткән аҙнала музей-экскурсия комплексында урынлашҡан умарталыҡҡа бер йәш айыу өс тапҡыр килде. Бындай хәл умарталыҡтың 62 йыл эшләү дәүерендә икенсе тапҡыр күҙәтелде. Ҡурсаулыҡтың бөтә умарталыҡтарында ла электр ҡоймалары бар, ғәҙәттә туҙҙырылыусы солоҡтарға һәм түмәр умарталарға хәрәкәт датчиктары булған автономлы яҡтылыҡ һәм тауыш сигнализацияларын ҡуябыҙ. Әммә бындай ҡоролмалар һәр ваҡыт ярҙам итмәй, айыуҙар һәр яңы әйбергә бик тиҙ яраҡлаша. Улар 4-6 көндән һуң яҡтылыҡ-тауыш сигнализацияһына иғтибар итеүҙән туҡтай, электр ҡоймаһы аҫтын ҡаҙып юл һалып алалар, ә бер көндө ҙур айыу бөтә кабелдәрҙе лә йолҡоп, йомарлап йыйып һалған. Һәм онотмағыҙ, көҙөн, мышар ашағандан һуң, айыуҙар күңелдәре күтәрелеп, берҙәм рәүештә малдарҙы йыға башлай һәм шуларға ҡарап торған бөрйән халҡына зыян килтерә.
Ә ниндәй саралар кәрәк һуң? Беренсенән, Морат Туғайы кеүек туристар күпләп йыйылған урындарҙа айыуҙар үтеп инә алмаҫлыҡ ныҡлы металл рәшәткә менән кәртәләп алынған сүп-сар туплау павильондары кәрәк. Һәр көн аҙағында улар эргәһендә туҙырап ятҡан бөтә ҡалдыҡтарҙы йыйыу мөһим. Кафеларҙан, ҡунаҡханаларҙан ҡалған аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын хәҙерге кеүек тарлауыҡ аҫтына ҡойорға ярамай. Шулай итеп кенә беҙ кешеләрҙән ҡурҡыу хисен юғалтҡан хайуандарҙы йәлеп итеүҙән туҡтаясаҡбыҙ (быға бит кешеләр үҙҙәре ғәйепле).
Быйылғы йәйҙә айыуҙар һәр ерҙә лә айырыуса әүҙемлек күрһәтәләр, хатта кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары ла бар. Ситуацияны көйләү маҡсатында уларҙы атмайынса булмай, сөнки фажиғәләр булыу хәүефе ысынлап та бар. Малдарҙың айыу тарафынан күпләп ҡырылыуы ла бер кемде лә ҡыуандырмаясаҡ.
Михаил Косарев,
“Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы директоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.