Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
6 Август 2024, 12:50

Шүлгән айыуы ҡурсаулыҡ директорынан да ҡурҡмай икән...

“Шүлгән-Таш” дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев, өлкән дәүләт инспекторы Рәйес Ғәлин һәм дәүләт инспекторы Басыр Мостафин өсөн кисәге төн еңелдән булманы. Улар ҡурсаулыҡтың музей-экскурсия комплексында күҙәтеү төнөн ойошторҙо, һуңғы ваҡытта бында айыуҙар менән осрашыуҙар йышайҙы.      

“Беҙ кис килеп еттек, күҙәтеү позицияларын алдыҡ. Бындай уҡты көтмәгәйнек – айыуҙар берәү түгел, күберәк булып сыҡты! Улар кәмендә өсәү! Беҙҙең алдыбыҙҙа хәҙер ҡатмарлы бурыс тора – айыуҙар кешенән ҡурҡмай, уларҙы ҡурҡытып маташыу ваҡытлыса ғына тәьҫир итә. Артабан хайуандар яңынан пәйҙә була һәм ышаныслы рәүештә ҡунаҡ йорттарына, сүп-сар һауыттарына, умарталарға табан йүнәлә. Йыртҡыстарҙың шул тиклем үҙҙәрен ҡыйыу тотоуы ҡунаҡтарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе тағы ла нығыраҡ хәүефләндерә, улар хәҙер ҡараңғыла йорттарҙан сығырға ла ҡурҡа. Кисә төндә эргәләге биләмәләге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу майҙансығына бер хайуан килеп, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытҡан. Икенсеһе, ҡурсаулыҡ биләмәһендә сүп-сар контейнерҙарын түңкәреп, аҙыҡ эҙләй, биналарҙан 100 м алыҫлыҡтағы аҡлан буйлап йөрөй. “Енәйәт урынын” өйрәнгәс, тайыштабандарҙың ҡарбуз, ҡауын ҡалдыҡтарын яратыуҙарын һәм тәү сиратта шуларҙы эҙләүҙәренә инандыҡ. Асфальттағы эҙҙәре буйынса бара башлағас, айыуҙың юл буйы лаваш ашап барыуын асыҡланыҡ – валсыҡтары юлына һибелеп ҡалған ине. Район хакимиәте һәм төбәктең айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре буйынса Дирекцияһы киҫкен проблеманы хәл итергә ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ, был дөйөм проблема», — ти Михаил Николаевич, был хәлгә борсолоп.

Әлеге ваҡиға айыуҙарҙың еңел юл менән аҙыҡ табыу өсөн ҡурҡмайынса өйҙәргә яҡынлашыуын раҫлай. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа төндә яңғыҙ сыҡмаҫҡа тырышығыҙ, өй йәки палатка янында аҙыҡ-түлек ҡалдырмағыҙ, ҡырағай хайуандарҙы ашатмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, йәшәгән урынығыҙҙағы һаҡсыларға шылтыратығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бер нисә көн элек ҡурсаулыҡтың визит-центры һәм хеҙмәткәрҙәре  йәшәгән “Йәшел йорт” эргәһендә уртаса ҙурлыҡтағы айыуҙы күргәндәр. Артабан урман хужаһы эргәләге территорияла урынлашҡан ҡунаҡханалар янына барып, сүп-сар һауытына ташланған ҡауынды ашаған. Тайыштабанды ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыуғас, ул ҡурҡып ҡасҡан һәм яҡындағы музей комплексына табан киткән. Күрше туристик үҙәктең ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә Силәбе эшҡыуарҙары ғаиләһен дә һәр төндә тиерлек пәйҙә булған айыуҙар ғаиләһе борсой.

Ләлә Хәйбуллина, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: