Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
31 Июль 2024, 13:55

Һаман ямғыр вәғәҙәләйҙәр...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын боҙ-борсаҡ һәм томан булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.

Һаман ямғыр вәғәҙәләйҙәр...
Һаман ямғыр вәғәҙәләйҙәр...

Алдағы тәүлектәрҙә аҙ ғына ваҡытҡа аяҙытҡылап ала торған болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшендәр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ - һауа торошо ошолай булыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы +12, +17 градус, көндөҙ +20, +25 градус көтөлә.

Юлдағыларға айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә.

Тамам арытты ла бит ямғырҙар, тик тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул. Халыҡтың бесән эшләй алмауы ҡыйын...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: