Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
10 Июль , 09:05

Һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар ағымдағы өс көнгә һауа торошо буйынса фараздар менән таныштырҙы. Тик...

Һауа торошо нисек буласаҡ?
Һауа торошо нисек буласаҡ?

Тик... һаман ямғырҙар вәғәҙә итәләр әле.

Бөгөн, 10 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы +24, +29 градус.

Иртәгә, 11 июлдә, төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Температурала артыҡ үҙгәреш юҡ.

12 июлдә шулай уҡ ямғырҙар, урыны менән көслө, ҡойма ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Төндә температура +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус тирәһе буласаҡ.

Үтеп киткән июнь донъяла иң эҫеһе булып тарихта ҡаласаҡ – ул температура рекорды ҡуйҙы.

Яуасаҡ ямғырҙар бәлә-ҡаза килтермәһен. Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: