-4 °С
Болотло
Ҡарағатты яҡшылап таҙартырға, йыуырға һәм һыуы ағып бөткәнен көтөргә.
Кәстрүлгә 1 стакан һыу ҡоябыҙ һәм шуға 7 стакан шәкәр һалабыҙ. Шул рәүешле сироп эшләйбеҙ. Шәкәр тулыһынса иҙелеп бөтөргә тейеш.
Ҡарағатты ҡайнап торған сиропҡа һалабыҙ һәм ҡайнап сыҡҡансы болғатҡылап торабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут ҡына утта тоторға һәм уттан алырға.
Ҡалған шәкәрҙе масса өҫтөнә һалабыҙ һәм шәкәр иҙелеп бөткәнсе болғатабыҙ.
Эҫе килеш банкаларға һалабыҙ. Ҡайнатманы һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Һыуынғас, ҡайнатма тәмле генә желегә әйләнә.