Тәбиғәт
1 Июль 2024, 03:30

Һауа торошо нисек буласаҡ?

Емешле ай менән! Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала июлдә һауа торошо күп йыллыҡ нормаларҙан артыҡ тайпылмаясаҡ (+19,2 градус). Яуым-төшөм дә нормаға яҡын буласаҡ (50-70 мм). Ә алдағы өс көндә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә һуң?

Һауа торошо нисек буласаҡ?Һауа торошо нисек буласаҡ?
Һауа торошо нисек буласаҡ?

Бөгөн, дүшәмбелә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы +22, +27 градус.

Иртәгә, 2 июлдә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы мөмкин. Һауа температураһы +23, +28 градус көтөлә.

Шаршамбыла, 3 июлдә, яуым-төшөм күҙалланмай. Һауа температураһы көндөҙ +26, +31 градус тирәһе буласаҡ.

Эйе, ямғыры ла, ҡояшы ла кәрәк. Иң мөһиме, бәлә-ҡазалар булмаһын, имен-һау, һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас