-5 °С
Болотло
“28-29 июндә урыны менән көслө ямғырҙар, хатта бик көслө һәм дауамлы ҡойма ямғырҙар көтөлә. Йәшен ваҡытында елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал. Бәләкәй ялан һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе, локаль ямғырлы һыу баҫыуҙар күҙаллана.
Урыны менән йылғалар ярҙарынан сығыуы һәм ҡайһы бер урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал.
30 июнгә ямғырҙарҙың көсө кәмей төшәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡланасаҡ”, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Июль башына һауа температураһы республикала нормаға яҡынлашасаҡ һәм унан артып китәсәк.