Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
25 Июнь , 08:30

Синоптиктар нимә вәғәҙә итә?

Синоптиктар фаразы буйынса, аҙна дауамында республикала һалҡынса һауа торошо һаҡланасаҡ. Ә ямғырҙар туҡтармы?

Синоптиктар нимә вәғәҙә итә?
Синоптиктар нимә вәғәҙә итә?

Көндәрҙең күбеһе яуынлы.

Бөгөн, 25 июндә, бик үк көслө булмаған ямғырҙар көтөлә. Һауа температураһы +13, +18 градус самаһы.

Шаршамбы, 26 июндә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар. Һауа температураһы +16, +21 градус тирәһе буласаҡ.

Кесаҙна, 27 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен, урыны менән локаль ҡойма ямғырҙар, боҙборсаҡ булыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы +7, +12 градус, көндөҙ +14, +19 градус көтөлә.

Ерҙе туйҙырыуҙан үтеп китте, әлбиттә, ямғыр. Буласаҡ яуындар кешегә бәлә-ҡаза килтермәһен. Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, донъялар имен торһон.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: