-4 °С
Болотло
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы Сабит Ғәлин шатлыҡлы яңылыҡ тураһында һөйөнсөләй.
Тәбиғәт һаҡсысы: “Беҙҙә сафтар тулыланды!” - тип яҙған һәм урмандағы фотоаулағыстан алынған фотолар менән бүлешкән.
“Был юлы кадрға әсәһе эргәһендә тәнтерәкләп кенә баҫып торған мышы быҙауы эләккән.
Кадрҙарға ҡарағанда, урман януарҙары өсөн тоҙ һалынған урынға айыу ҙа килгеләп тора икән. Беҙҙең теләк – йыртҡыс тояҡлыларға тәл булып ҡуймаһын инде. Ә айыу тоҙ һалынған урында нимә эшләй икән һуң?”, тип яҙалар
С любовью, Шульган-Таш! (https://vk.com/wall-140304465_6344) төркөмөндә. Фотолар ҙа шул төркөмдән алынды.