Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
24 Июнь , 09:30

Республикала температура климат нормаһына ярашлы булыр тип фаразлана

Башҡортостанда әлегә ваҡытта Түбәнге Волга өҫтөндә барлыҡҡа килә башлаған циклон көтөлә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән. Ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, көслө ел сығыуы ихтимал.

Республикала температура климат нормаһына ярашлы булыр тип фаразлана
Республикала температура климат нормаһына ярашлы булыр тип фаразлана

Һалҡын һауа фронты температуранының түбәнәйеүенә килтерә: өсөнсө декадала ул климат нормаһына ярашлы булырға тейеш (унан 1 градусҡа ғына түбәнерәк). Киләһе аҙнаның башында төндә +15,+20° алып +10,+15°, көндөҙ иһә +24,+29° алып +17,+22° булыуы фаразлана.

Июндең тәүге ике декадаһында республикала айлыҡ яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан яҡынса 70% яуған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-21/v-bashkirii-temperatura-nakonets-budet-sootvetstvovat-klimaticheskoy-norme-3818279

Автор:
Читайте нас: