Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
21 Июнь , 11:30

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Һауа торошо ҡыуандырып та ебәрә, ҡурҡытып та ала, аптыратып та ултыртып ҡуя быйыл. Шифалы ғына ямғырҙар яуып, дауылһыҙ ғына елдәр иҫһен инде.

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар фаразы буйынса бөгөн, йома, 21 июндә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +25,+30°.

Шәмбе, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +12,+17°, көндөҙ +23,+28°.

Йәкшәмбе, 23 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +20,+25°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-21/zhiteley-bashkirii-v-blizhayshie-vyhodnye-ozhidaet-zharkaya-i-dozhdlivaya-pogoda-3816890

Д. Ҡотлобаев фотоһы.

Автор:
Читайте нас: