Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
19 Июнь , 08:15

Төп маҡсат – балаларҙың йәйге ялын хәүефһеҙ итеү

Йәйге ялды ҡайҙа ғына үткәрһәләр ҙә, балаларҙың имен-аман йөрөүен ололар тәьмин итә. Балаларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ, уларҙың әҙерлеген даими тикшереп тороғоҙ, үҙегеҙ ҙә һәр саҡ дөйөм ҡағиҙәләргә таянып эш итеп, уларға өлгө булып тороғоҙ.

Төп маҡсат – балаларҙың йәйге ялын хәүефһеҙ итеү
Төп маҡсат – балаларҙың йәйге ялын хәүефһеҙ итеү

Район хакимиәтендә етәкселәр менән сираттағы оператив кәңәшмәлә бер-нисә көнүҙәк мәсьәлә ҡаралды. Әлбиттә, иғтибар үҙәгендә - балаларҙың йәйге ялын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп ойоштороу.

-Бөгөнгө көндә район мәктәптәрендә ойошторолған мәктәп яны һәм хеҙмәт лагерҙары, “Ағиҙел” йәйге һауыҡтырыу-тәрбиәләү лагерының беренсе сменаһы үҙ эштәрен тамамланы. Лагерҙарҙа меңдән ашыу бала ял итте, һаулығын нығытты. Походтар, экскурсиялар, сәйәхәт итеүҙәр әле лә дауам итә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Йәш спецназовсы" хәрби-патриотик лагеры эшләй.

Йәйге ялды ҡайҙа ғына үткәрһәләр ҙә, балаларҙың имен-аман йөрөүен ололар тәьмин итә. Балаларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ, уларҙың әҙерлеген даими тикшереп тороғоҙ, үҙегеҙ ҙә һәр саҡ дөйөм ҡағиҙәләргә таянып эш итеп, уларға өлгө булып тороғоҙ.

Кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер мөһим мәсьәлә - эш урындарында сәләмәтлекте һаҡлау, йәрәхәтләнеүҙе, һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Социаль фондтың түләүҙәре буйынса ҡайһы бер ғаризалар ҡабул ителә. Был ғаризаларҙы эш биреүсе пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханаларға ебәреү, хеҙмәткәрҙәрҙең медицина тикшереүе, шәхси һаҡланыу сараларын һатып алыу һәм башҡа сараларға йүнәлтергә мөмкин, - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов.

Автор:
Читайте нас: