Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
18 Июнь , 08:30

Эҫе ҡасан кәмер?

Башҡортостанда ҡасан уңайлы һауа торошо урынлашасаҡ? Синоптиктар ошо турала фараз бирҙе.

Эҫе ҡасан кәмер?
Эҫе ҡасан кәмер?

Метеосайттар биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, аҙнаның икенсе яртыһында эҫе бер аҙ кәмер тип көтөлә.

Кесаҙнала, 20 июндә, республиканың үҙәк райондарында уртаса 22 градус тирәһе буласаҡ. Артабанғы көндәрҙә 21 градустан 26 градусҡа ҡәҙәр тирбәлеп торасаҡ.

Июндең 19-ынан 23-өнә тиклем ямғырҙар күҙаллана.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: