Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
13 Июнь , 12:20

Республикала эҫе була

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр эҫе була. Урыны менән һауа температураһы +35 градусҡа тиклем күтәрелә. Төндә +15, +20 градус.

Республикала эҫе була
Республикала эҫе була

Кесе йома, 13 июндә, яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +16,+21°, таулы райондарҙа +, көндөҙ +29,+34°.

Йома, 14 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

Шәмбе, 15 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +30,+35°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-12/v-bashkirii-temperatura-vozduha-podnimetsya-do-35-gradusov-3807626

Автор:
Читайте нас: