Иртәгә, 5 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ҡайһы бер урындарҙа йәшенле ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, айырым райондарҙа көслө ел дә булыу ихтималлығы фаразлана.
Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус.
Кесаҙнала, 6 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Һауа температураһы төндә +13, +18, көндөҙ +23, +28 градус.
Яуһын ғына ямғырҙар! Иң кәрәкле генә мәле бит. Иң мөһиме, бәлә-ҡазаларға килтермәһен, сәскән-ултыртҡандарыбыҙға бәрәкәт кенә өҫтәһен.