Бөгөн, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы +21, +26 градус, төньяҡ райондарҙа +16 градус тирәһе.
Иртәгә, 30 майҙа, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Ваҡыты менән көслө генә ел булыуы ихтимал. Төндә һауа торошо +7, +12, көндөҙ +17, +22, көньяҡта +27 градус тирәһе.
31 майҙа төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтәсәк. Температура төндә +6, +11 градус, көньяҡ зонала +1 тирәһенә тиклем төшөү ихтималлығы бар, көндөҙ +21, +26 градус күҙаллана.