Бөгөн һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус тирәһе буласаҡ. Төньяҡтан һалҡынса ел иҫә. Яуым-төшөм булмай.
Иртәгә, 28 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә +2, +7 градус, урыны менән ҡырау күҙаллана. Көндөҙ +17, +22 градус көтөлә.
Шаршамбыла, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы ихтимал. Төндә +8, +13, көндөҙ +18, +23 градус буласаҡ.
Аҙнаның артабанғы көндәрендә лә һауа торошо +22, +23 градус тирәһе күҙаллана.
Шулай итеп, синоптиктар йылы көндәргә өмөтләндерә.