Тәбиғәт
13 Май 2024, 05:00

Ҡасан йылыта?

Метеосайттар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикаға йылыраҡ һауа фронты килә, ниһайәт.

Ҡасан йылыта?Ҡасан йылыта?
Ҡасан йылыта?

Ошо аҙнаның урталарында килә, ти интернет.

Кесаҙнала, 16 майҙа, республикала көндөҙ 18 градусҡа тиклем йылыта, төндә плюс 9 градус көтөлә. Яуым-төшөм күҙалланмай.

Артабан ошондай һауа торошо һаҡлана, тип вәғәҙәләй синоптиктар.

Ерҙе туйҙырғансы ямғыры ла яуҙы, шөкөр. Тик ҡар менән ҡара ҡырау ғына булмаһын инде.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас