Тәбиғәт
6 Май 2024, 03:35

Район полицияһының шыршылары... сәскә атҡан

Шыршыларҙың сәскә атыуы – һирәк күренеш.  Тәбиғәттең бер мөғжизәһе. Быйыл май ҡыш һымаҡ һыуыҡ килгәнгә Яңы йыл шыршыһы роленә индеме икән әллә был ағас?! Үҙенә үҙе ҡыҙыл тубырсыҡ-гирляндалар элеп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра.

Район полицияһының шыршылары... сәскә атҡанРайон полицияһының шыршылары... сәскә атҡан
Район полицияһының шыршылары... сәскә атҡан

Шыршы йыл һайын “сәскә атмай”. 3-5 йылға бер “сәскәгә” күмелә икән. Был хәл ағас 3-4 метрға үҫкәс кенә күҙәтелә башлай. Һәм.. бары тик 25-30 йәше тулғас ҡына “сәскәләнә”.

Яҙғыһын, май айында, ботаҡтарҙың остарында төҫө менән дә, формаһы менән дә ҡурай еләгенә оҡшаған майшәмдәр барлыҡҡа килә – был ҡатын-ҡыҙ тубырсыҡтар. Ә “сәскәләнеү” осоро аҙна–ун көн тирәһе генә дауам итә.

Район полиция хеҙмәткәрҙәре был матурлыҡты быйыл үҙ биләмәләрендә генә күреү бәхетенә эйә булды.


Сығанаҡ: Отделение МВД России по Бурзянскому району.

Район полицияһының шыршылары... сәскә атҡан
Район полицияһының шыршылары... сәскә атҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас