Тәбиғәт
2 Май 2024, 03:25

Ниндәй һауа торошо көтөлә?

Апрелдәге йәйгесә эҫегә алданып та өлгөрҙөк, һыуыҡтары менән май ҙа килде. Хәйер, май һыуыҡ булһа, игенгә туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ, тиҙәр бит. Игендәр уңып ҡыуандырһын! Ә алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Ниндәй һауа торошо көтөлә?Ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ниндәй һауа торошо көтөлә?

Майҙың тәүге көндәре һалҡыныраҡ торасаҡ.

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғырҙар буласаҡ. Температура плюс 7-12 градус.

Йомала, 3 майҙа, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғырҙар күҙаллана. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11 градус тирәһе.

Шәмбелә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән ҡар ҡатыш буласаҡ. Төндә 0, +5, көндөҙ +4, +9 градус көтөлә.

Көн яманы китер ул, күңелдәргә яманлыҡ килмәһен. Ошо яҡты, матур донъяның һәр көнөнә ҡыуанып, бер-беребеҙҙе ҡыуандырып йәшәйек!

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас