Тәбиғәт
2 Май 2024, 03:05

Кисәге көслө елдең ҡылғандары...

Кисәге көслө ел байтаҡ “ҡырын эштәр” ҡырып киткән. Белорет ҡалаһындағы Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы бинаһы ҡыйығының бер өлөшөн алып ташлаған.

Кисәге көслө елдең ҡылғандары...Кисәге көслө елдең ҡылғандары...
Кисәге көслө елдең ҡылғандары...

Тәғәйен алғанда, гимназияның спорт залының ҡыйығы зыян күргән – йәмғеһе 80 кв. метр майҙан.

Унан алда Ғафури районындағы бер мәктәптең ҡыйығын алып ташлаған ине. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.

Ошондай көслө елдәр булғанда хәүефһеҙлек сараларына ҙур иғтибар бирергә кәрәк.

Кисәге көслө елдең ҡылғандары...
Кисәге көслө елдең ҡылғандары...
Кисәге көслө елдең ҡылғандары...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас