Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
25 Апрель , 09:35

Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...

...Оло урамға сығып барған урында машина алдына башта һыйырҙар, унан йылҡы малы арҡыры сығып баҫты. Тай беҙ фотоға төшөрөп бөткәнсе генә “позировать” итеп торҙо ла, барығыҙ, эшегеҙгә һуңлап ҡуймағыҙ, тигән төҫлө, йәһәтләп юлдан ситкә атланы.

Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...

...Донъяның матурлығы, камиллығы. Бөгөн эшкә юлланғанда ғына төшөрөлгән фотоһүрәттәр былар.

Өй ишегенән сығыуға, сыйырсыҡтар күренә башлағас, йәһәтләп кенә әтмәләнгән ояны үҙ итеп, шунда төйәкләнгән ҡоштарҙың шат тауышы ҡаршы алды. Башта бер нисә көн килеп “разведка” ғына яһаны ҡоштар. Оя эргәһенә, өҫтөнә ултырып, тирә-яҡты күҙәттеләр. Артыҡ ҡамасауларлыҡ нәмә тапманылар, ахыры – берҙән-бер көн йән фарман “күсенә” башланылар - ояларына, буласаҡ бәпестәренә “түшәк-йүргәк” ташынылар.

Хәҙер, ана, һәр иртәлә ҡанат ҡағып, рәхмәт әйтеп торалар.

Оло урамға сығып барған урында машина алдына башта һыйырҙар, унан йылҡы малы арҡыры сығып баҫты. Тай беҙ фотоға төшөрөп бөткәнсе генә “позировать” итеп торҙо ла, барығыҙ, эшегеҙгә һуңлап ҡуймағыҙ, тигән төҫлө, йәһәтләп юлдан ситкә атланы.

Ағиҙел аша сыҡҡанда көн һайын ҡыр өйрәктәре осрауы ғәҙәти хәлгә әйләнде инде. Ҡайһы бер көндәрҙә аҡсарлаҡтар ҙа уйнай...

Ҡалалағылар аҡса түләп зоопарктарға йөрөгән була. Ә ауыл кешеһе шул зоопарктың эсендә йәшәй...

Тереклек уяна, ҡыуана...

Бөрйән был, дуҫтар, Бөрйән...

Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Зоопарк эсендә йәшәйбеҙ...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: