Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
17 Апрель , 08:15

Аномаль эҫе була, тиҙәрсе...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә.

Аномаль эҫе була, тиҙәрсе...
Аномаль эҫе була, тиҙәрсе...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы фаразы буйынса, 18-22 апрелдә төбәктә урыны менән һауа температураһы норманан 7-12 градусҡа юғарыраҡ булған аномаль эҫе һауа торошо көтөлә.

«Башинформ» алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғыр яуыуы һәм йылы булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Һауа температураһы көндөҙ +20,+23 градусҡаса күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-16/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-ob-anomalno-zharkoy-pogode-3730078

Автор:
Читайте нас: