Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
15 Апрель , 08:55

Синоптиктар ҡыуандыра

Яҙ булғас, бар тереклек йылы көҫәй. Ләкин көндәрҙең һыуығыраҡ тороуы ташҡын осоронда, киреһенсә, яҡшыраҡ булғандыр. Юғиһә, ташҡын күрше өлкәләрҙә нимәләр генә ҡыланып бөтмәне бит быйыл. Был аҙнала һауа торошо нсиек буласаҡ һуң?

Синоптиктар ҡыуандыра
Синоптиктар ҡыуандыра

Был аҙнала синоптиктар көндәрҙең йылыныуын вәғәҙәләй. Хатта йәйгесә йылы буласаҡ, тиҙәр.

Уртаса һауа температураһы республика буйынса плюс 14-20 градус, йомала Өфөлә плюс 27 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Ял көндәрендә, 20-21 апрелдә, 23-26 градус буласаҡ.

Бөгөн, 15 апрелдә, һауа температураһы республика буйынса көндөҙ плюс 9-14 градус  тирәһе күҙаллана. Көнбайыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтә.

Иртәгә, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшенле ямғырҙар булыуы ихтимал. Һауа температураһы +11-16  градус тирәһендә тирбәләсәк.

Шаршамбыла, 17 апрелдә,  бер аҙ ямғыр көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы 15-20 градус буласаҡ.

Шулай итеп, йәйгесә йылы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы был аҙна.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре тәржемә менән файҙаланылды).

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: