Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
11 Апрель , 15:35

Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур

Ҡәҙимге генә ағас һымаҡ күренһә лә, уҫаҡтың япрағы ла, ҡайыры ла бик файҙалы икән. Япрағы быуындары һыҙлап яфаланғандар өсөн яҡшы. Ә ҡайыры әллә күпме сирҙән ярҙам итә икән...

Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур
Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур

 

“Мин алып ҡайтҡан уҫаҡ ҡайырыһын бер төн өйҙә тоттом, иртәгеһен иптәшем ҡайырыһын һыҙырып бирҙе. Бик яҡшы ярҙамсым бар - электр киптергесем, шунда 30-40 градуста көнө буйы киптерҙем. Кофемолканан зырылдатып үткәреп алдым. Ит турағыс аша ла үткәрергә була. Йәшел төҫтә он порошок әҙер! Быны ҡоро банкаларға һалып, ҡараңғы урында тотам.

Уҫаҡ төнәтмәһе менән дауаланғандан һуң ҡандағы холестерин менән шәкәр кимәле лә нормаға килә.

Бауыр. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҫаҡ төнәтмәһе менән өс аҙналыҡ дауаланыу курсынан һуң  бауыр  токсиндарҙан таҙарып,  үҙ күләменә ҡайта.

Ҡан.  Уҫаҡ ҡанды   шыйығайтырға ярҙам итә.

Йөрәк.  Йөрәк мускулы  артыҡ эске майҙан ҡотола һәм  тулы көсөнә эшләй башлай.

Яман шештәр.  Төрлө шеш, яңы барлыҡҡа килгән төйөрҙәргә ҡаршы ла яҡшы уҫаҡ төнәтмәһе. Онкологияны дауалауҙа уҫаҡ айырым урын биләй. Был осраҡта уҫаҡтың төнәтмәһен эсәләр йәки ҡоро килеш ҡулланалар.

 Быуындар. Уҫаҡ ҡайырыһы менән дауаланғанда  быуындарҙағы ялҡынһыныу процесын бөтөрөп була. Тиҙ булмаһа ла, бер йыл дауамында, мәҫәлән, быуындарҙы тулыһынса сәләмәтләндерергә мөмкин. Бының өсөн уҫаҡ менән дауаланыуҙы дегәнәк, ҡылысъяпраҡ менән этҡолаҡ үләндәренең тамырҙары менән дауаланыу курстары менән аралаштырып алып барырға кәрәк. 


 Иң мөһиме, уҫаҡ ҡайырыһынан әҙерләнгән эсемлектең төп   үҙенсәлеге – ул вирустарға ҡаршы тороуы.
Дауаланыу курсы  өс аҙна дауам итә. Шунан артырға тейеш түгел.   Һуңынан ике аҙна ял булырға тейеш.  Ялдан һуң тағы өс аҙна дауаланыу курсын дауам итергә.

Мәҫәлән, кеше киҙеү вирусы менән зарарланды, ти.
Ярты балғалаҡ ҡоро уҫаҡ онтағын алып, телгә һалырға һәм артынан сәй йә һыу эсеп йоторға. Үлән төнәтмәһе менән эсергә мөмкин.     Ярты сәғәттән тағы шундай уҡ күләмдә эсергә. Һөҙөмтәлә вирус   организмда үрсеүҙән туҡтай һәм шунда уҡ еңеллек һиҙелә.  Иң мөһиме – температура күтәрелә башлаған  ваҡытты үткәреп ебәрмәҫкә.  

Артабан өс сәғәт һайын яртышар балғалаҡ уҫаҡты эсеүҙе дауам итергә. Лимонлы, баллы йылы һыу йәки үлән төнәтмәһе менән эсергә кәңәш ителә.  Шулай иткәндә ике-өс көндә тулыһынса һауығырға мөмкин.

Ҡасан әҙерләргә?
Уҫаҡ ҡайырыһын йылдың һыуыҡ миҙгелендә әҙерләйҙәр.  Иң яҡышыһы,  ҡар яуып, тәүге һыуыҡтар башланғас. Был ваҡытта унда  С витамины менән   салицилаттар күп була һәм  шулар менән  уның иң көслө ваҡыты һанала. Айлап әйткәндә, ноябрҙән майға тиклем әҙерләргә мөмкин.  Әммә уҫаҡтың иң шифалы ҡайырыһы –  ғинуар айында алынғаны.   Был ваҡытта уның дымы әҙерәк, ә шифалы матдәләре күберәк була.  Ыңғай йоғонтоһо ла шунда уҡ һиҙелә.

Уҫаҡ ҡайырыһын ҡулланыу
 Ул ғәҙәттә киҫәктәргә ҡырҡылған, он хәлендә һәм капсулаларҙа була.  Киҫәклеһен бешереп, төнәтмәһен  ҡулланалар. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ уҫаҡ ҡайырыһына ике стакан  һалҡын һыу ҡойоп, ҡыҙыу булмаған утта  ҡайнар хәлгә еткеререргә. Ҡайнап сыҡҡас, 3 минут талғын ғына утта (ҡайнағаны ла һиҙелерлек булмаһын) бешерергә. Артабан утын һүндереп, ҡапҡасын ябырға һәм 15 минутҡа йылы итеп урап ултыртырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға яртышар стакан эсергә. Лимон, имбирь, бал, ҡурай еләге ҡушырға мөмкин. Киҫкен вирус булғанда һәр ике сәғәт һайын яртышар стакан эсергә. Бындай схема вирустың таралыуын тотҡарлай. Был ысул киҫкен вируслы ауырыу осоронда ҡулланыла.

  Уҫаҡ төнәтмәһе
Ике балғалаҡ уҫаҡ онтағын бер литрлыҡ термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырырға.  Иртәгеһенә көнө буйы тигеҙ өлөштәргә бүлеп  эсергә.   Был ысул  бауырҙы, ашҡаҙан аҫты биҙен, бөйөрҙәрҙе һәм быуындарҙы таҙартырға ярҙам итә.  Термосҡа төрлө дарыу үләндәре лә өҫтәргә мөмкин. Төнәтмә тәме бик көслө, левомицит һымаҡ, шуға мин ярты йылға етерлек порошок эшләнем, бер сәй ҡалағын һыуға ҡушып йотоп ебәрергә еңелерәк”.


Сәриә Әбишева (авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды).

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә тәҡдим итәбеҙ).

Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур
Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур
Уҫаҡтың шифаһы бик ҙур
Автор:
Читайте нас: