Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
11 Апрель , 16:25

Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!

5 апрелдә Өфө ҡалаһында  “Урман рыцары-2024” конкурсының еңеүселәрен һәм лауреаттарын наградлау тантанаһы үтте.

Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!
Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!

 Конкурс Йыһаншиндар тарафынан тәбиғәтте яратҡан улдары Олег иҫтәлегенә булдырған Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фонды һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторолған.

50 кеше “Урман рыцары” билдәһенә һәм дипломына лайыҡ булған. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Ғәзиз Иманғолов тереклек донъяһын һәм уларҙың йәшәгән урындарын һаҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн наградланған.

Гран-приға һәм “Рыцарь ғаилә, рыцарҙар династияһы” исеменә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында хайуандар донъяһын һәм улар төйәк иткән ерҙәрҙе һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн Бөрйәндән Шәрәфетдиновтар династияһы лайыҡ булған.

Шәрәфетдиновтар ғаиләһе бөтә тормоштарын тиерлек ҡурсаулыҡты һаҡлауға һәм уның тәбиғи байлыҡтарын тергеҙеүгә бағышлаған. Ирек Шәрәфетдинов байтаҡ йылдар ҡурсаулыҡтың етәксеһе булды.

Уның улы Рөстәм Ирек улы ҡурсаулыҡта байтаҡ йылдар эшләй һәм бөгөнгө көндә ҡурсаулыҡ директорының биләмәне һаҡлау буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Уларҙы юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ!

 

Башкирский заповедник төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.

 

Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!
Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!
Бөрйәндән аталы-уллы Шәрәфетдиновтар “Урман рыцары-2024” конкурсында Гран-при яулағандар!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: