Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
8 Апрель , 12:05

Аҙна ямғырлы була, тиҙәр синоптиктар

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була, тип фаразлай синоптиктар. Бөгөн, 8 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы +5, +10°.

Аҙна ямғырлы була, тиҙәр синоптиктар
Аҙна ямғырлы була, тиҙәр синоптиктар

Шишәмбе, 9 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +8, +13°.

Шаршамбы, 10 апрелдә, яуым-төшөм һаҡлана, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +6, +11°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-08/novaya-rabochaya-nedelya-v-bashkirii-budet-dozhdlivoy-3718810

Автор:
Читайте нас: