Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
5 Апрель , 08:35

Ялдарҙа һауа торошо нисек була?

Ҡар ихлас ирей, йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә бара. Ҡыҫҡаһы, яҙ дилбегәне тулыһынса үҙ ҡулына алды. Тиҙҙән генә аҫтағы һүрәттәге кеүек (2016 йыл) Ағиҙел дә ташыр... Ә алдағы ялдарҙа беҙҙе ниндәй һауа торошо көтөлә?

Ялдарҙа һауа торошо нисек була?
Ялдарҙа һауа торошо нисек була?

Синоптиктар фаразына ҡарағанда, бөгөн, йомала, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы +10, +15 градус күҙаллана.

Иртәгә, шәмбелә, урыны менән бер аҙ ямғырҙар үтәсәк. Төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -1,+4°, көндөҙ +3,+8° градус буласаҡ.

Йәкшәмбелә, 7 апрелдә, урыны менән ямғырҙар, төндә ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +6,+11° тирәһе.

Хөрмәтле дуҫтар! Һыу-һүл мәлендә үҙебеҙ ҙә һаҡ булайыҡ, балаларға ла иғтибарҙы арттырайыҡ. Ҡар ихлас  ҡына ирей, йылғаларҙа һыу көн һайын нығыраҡ арта бара.

Һыу баҫыу, боҙ тығылыу осраҡтарына шаһит булһағыҙ, 112 һандары буйынса был турала махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә онотмағыҙ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: