Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Апрель , 11:00

Һуйырҙар сыға юлға...

Яҙ килде, тип, ҡыуанышып, Юлға сыға һуйырҙар. Их, бәғзеләр бахырҙарҙы, Атып алып, һуйырҙар... Уйын ваҡытында ата ҡоштар шартылдау һәм салғы яныуына оҡшаған тауыштар сығара, инә ҡош ҡорҡолдай.

Һуйырҙар сыға юлға...
Һуйырҙар сыға юлға...

Атаһын ҡара һуйыр, инәһен буҙлаҡ тип тә исемләйҙәр. Ҙурлығы ҡаҙҙай. Ата ҡоштоң башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрәне ҡанаттары, ҡойроғо аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән; түше йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара; ҡабырғалары ҡара таплы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Инә ҡош ерәнһыу буҙ, ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Уйын ваҡытында ата ҡоштар шартылдау һәм салғы яныуына оҡшаған тауыштар сығара, инә ҡош ҡорҡолдай. Йәшәү урыны — еләкле ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслы, мүкле һаҙлыҡтар. Ҡарағай һәм шыршы энәләре, төрлө еләк, ор¬лоҡ, бөрө-менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә тарал¬ған. Ояһы ерҙә. Көрәнһыу таптар менән сыбарланған 8—10 аҡһыл һары йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

(Башҡорт Википедияһынан).

Һуйыр уйнар мәлдәр етте,

Етте һунар мәлдәре.

Юҡ ҡоштарҙың кешеләрҙән

Һаҡланыр әмәлдәре.

Һунарсының ҡомар менән

Барлаған сағы дары.

Һөйөү өсөн һәләк була

Мөхәббәт ҡорбандары...

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: