Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
1 Апрель , 14:45

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре һеләүһенде фотоға төшөргән

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Әхмәҙей Сәғитов Шүлгән мәмерйәһенән алыҫ түгел урында, Шүлгән йылғаһы тамағы тирәһендә, һеләүһенгә тап булған һәм уны фотоға төшөрөп өлгөргән.

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре һеләүһенде фотоға төшөргән
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре һеләүһенде фотоға төшөргән

Бындай осраҡ һирәк эләгә. Сөнки һеләүһендәр бик һаҡ йәнлектәр. Улар яңғыҙ йөрөргә яраталар, тертләп кенә баралар. Һеләүһендәр кешеләрҙән ҡурҡмай, шул уҡ ваҡытта уларға ташланып та бармайҙар.

Был йыртҡыс менән осрашҡанда ҡулдарҙы болғап, ҡысҡыра башларға кәрәк, шул ваҡытта һеләүһен тиҙерәк ҡасып китә. Кешеләргә бары сирле йәнлектәр генә яҡынлаша.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: