Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
1 Апрель , 09:00

Көндәр йылынамы?

Бөгөн, 1 апрелдә, көндөҙ урыны менән ҙур булмаған яуым-төшөм көтөлә. Һауа температураһы плюс 4-9 градус тирәһендә тирбәләсәк.

Көндәр йылынамы?
Көндәр йылынамы?

Иртәгә һәм иртәнән һуң, 2-3 апрелдә, көслө яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә минус 2, плюс 3 градус тирәһе, көндөҙ плюс 6-11 градус күҙаллана.

Ҡарҙың ныҡлап иреүе, һауа температураһының плюс 10-15 градусҡа етеүе көтөлә. 3-7 апрелдә ялан йылғаларының боҙҙан асылыуы фаразлана.

Хөрмәтле дуҫтар! Боҙ тығылып, ярҙан һыу сығыуы ла ихтимал. Шуға иғтибарлы булығыҙ.

Был көндәрҙә балаларҙың үҙҙәрен генә йылға буйҙарына ебәрмәҫкә тырышығыҙ. Сөнки боҙҙоң ыуалып, сереп ятҡан мәле.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙалнылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: