Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
27 Март , 09:25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап ирейәсәге хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап ирейәсәге хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап ирейәсәге хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 мартта елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«Шуға бәләкәй дала һәм тау йылғаларында ҡарҙың ныҡлап иреүе, һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Тораҡ пункттарҙа түбәндәрәк урынлашҡан участкаларҙы һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото:Ксения Калинина

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-26/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-livnyah-ozhidaetsya-aktivnoe-snegotayanie-na-rekah-3701672

Автор:
Читайте нас: