Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
5 Март , 10:35

Яҙ нисек килә?

Яндекс Һауа торошо мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың яҙында температура һәм яуым-төшөм рекордтары көтөлмәй. Апрелдә автомобилселәр тәгәрмәстәрен алмаштыра ала.

Яҙ нисек килә?
Яҙ нисек килә?

Илдең күпселек биләмәһендә яҙғы яуым-төшөм уртаса күп йыллыҡ кимәлдә фаразлана. Ғөмүмән, яҙ былтырғыға ҡарағанда дымлыраҡ булырға вәғәҙәләй. Үҙәк федераль округта, Себерҙең көньяғында, Алыҫ Көнсығышта, шулай уҡ Көньяҡ һәм Урта Уралда яуым-төшөмдөң артыуын  һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүен көтөргә мөмкин.

Башинформ хәбәр иткәнсә, республикала март айының нормаға ярашлы булыуы фаразлана. Синоптиктар республикала яҙға һәм ташҡынға анығыраҡ фаразды 25 мартта ғына бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-04/vesnu-na-urale-obeschayut-bolee-vlazhnuyu-chem-v-proshlom-godu-3668489

Автор:
Читайте нас: