Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
1 Март , 10:05

Һынап ҡарайыҡ, тура килерме икән?

Март айына һынамыштар тәҡдим итәбеҙ. 1 мартта ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шулай килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр. Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер. 2 март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошо көтөгөҙ.

Һынап ҡарайыҡ, тура килерме икән?
Һынап ҡарайыҡ, тура килерме икән?

3 март һоло турғайы килһә, тиҙҙән йылы, ҡоро, яҙғы көндәр етер.

4 мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.

5 мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.

6 мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға.

7 мартта күк йөҙө аяҙ булып та ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

8 мартта ҡар төшһә, 8 апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ.

9 мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.

11 март көндөҙ ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.

12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсылар тамыуы – йылы йәйгә.

13 март көнө ямғыр яуһа, ямғырлы йәйгә. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

14 март ниндәй – йәй шундай.

15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

16 март көндө турғайҙар ҡыйыҡтарға ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.

17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә инһә – ел көсәйә.

21 март көндө һабантурғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыҡҡа.

24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.
26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.

27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

29 март ниндәй – апрель шундай.

30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.
Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:
Читайте нас: