Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
28 Февраль , 11:55

Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...

...Өңгә тыҡҡан һөңгөһө һынып киткәс, тәрән көрт эсендә айыу менән әрһеҙ генә һуғышҡан-һуғышҡан да, тегеһе ысҡынып ҡасҡандан һуң: “Эх, ҡуңыста бысаҡ булманы! Айыуҙың эсен ярып ебәрер инем бер ыңғайы!” – тип әйткән, ти, йәше етмешкә етеп килгән Сәйфетдин олатай. Мырҙагилде олатай, карабинға ышанып, һыҙма мылтығын өйҙә ҡалдырып киткәне өсөн үкенгән, ҡайтҡас, урыҫҡа алмаш ыштан эҙләп ҡаңғырғандар, имеш...

Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...

Бөрйән егеттәренең тормошон урманһыҙ, айыуһыҙ һәм, әлбиттә, мылтыҡһыҙ күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел инде ул. Мылтығың юҡ икән – һыҙма йә уҡ-ян тотоп, һис бер ҡорал тапмағанда билеңә балта ҡыҫтырып булһа ла сығаһың ҡырға. Үткер бысаҡ иһә итек ҡуңысында һәр ваҡыт әҙер йөрөй. Ҡурҡҡанға, тиһегеҙме? Киреһенсә, артыҡ ҡыйыулыҡтандыр. Берәй йыртҡысты осратып та, ҡорбан итеп, тиреһен һыҙырып алып ҡайтмаһаң, барыһынан да бигерәк үҙеңдең алдыңда ояласаҡһың, ғәрләнәсәкһең (ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, миңә ундай януар тап булманы). Бот буйындай ғына малайҙары ла айыу-бүренән ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй, тип һөйләһәләр, был – нәҡ беҙҙең яҡ башҡорттары тураһында.

Бәләкәй генә саҡтан әсәйемдең олатаһы Сәйфетдин менән атайымдың олатаһы Мырҙагилденең бер урыҫты эйәртеп айыу ауларға барғандары, мылтыҡтарының кәрәк ваҡытта атмауы сәбәпле мажараға тарығандары хаҡында риүәйәтте ныҡ ҡына хәтеребеҙгә һеңдергән инек. Өңгә тыҡҡан һөңгөһө һынып киткәс, тәрән көрт эсендә айыу менән әрһеҙ генә һуғышҡан-һуғышҡан да, тегеһе ысҡынып ҡасҡандан һуң: “Эх, ҡуңыста бысаҡ булманы! Айыуҙың эсен ярып ебәрер инем бер ыңғайы!” – тип әйткән, ти, йәше етмешкә етеп килгән Сәйфетдин олатай. Мырҙагилде олатай, карабинға ышанып, һыҙма мылтығын өйҙә ҡалдырып киткәне өсөн үкенгән, ҡайтҡас, урыҫҡа алмаш ыштан эҙләп ҡаңғырғандар, имеш...

Атайымдың ҡушкөбәге өйҙә диван аҫтында ғына һаҡланды. Ҡырға йыйынһа, ул йәһәт кенә мылтығын һөйрәп сығарып, яурынына элә лә, ишек башында ятҡан патронташын, оҙон бысағын алып, тап китапта һүрәтләнгән һунарсы кеүек булып китә торғайны. Йыш ҡына бергә ултырып йөрөгәс, атайымдың юлда тракторын туҡтата килеп һуйыр, ҡор атып алғандарын иҫләйем. Ҡайсаҡ туҡтап та тормаған – уныһын лапаҫта урмандан күстәнәс булып ҡайтҡан илекте һуйған саҡта Данияр ҡустым һөйләгәйне. Былай минең алда атайым илек, болан, мышы атманы, йомшаҡ күңелле бит, тигәндер. Ә, ғөмүмән, ҡышын һуғым итенә генә ҡарап ултырғаныбыҙ булманы. Атайым олоғая килә мылтығы уртансыбыҙ Даниярҙың иңенә күсте. Урманға күпме сыҡһам да, бер йәнлек тә осрамай ине миңә – моғайын, шуғалыр.

Тәүге тапҡыр айыу атырға теләүем 2-се синыфтан һуңғы йәйге каникулда булды шикелле. Шүрәле яланында бесән сапҡан әсәйем менән апайыма һаҡсы итеп атайым мине ҡалдырған, яурыныма ҡушкөбәген аҫып. Үҙе совхоз эшендә – силос әҙерләүҙә. Бер мәл кемдер ҡысҡырғанға ҡараһаҡ, юл яғынан беҙгә табан уҡытыусыбыҙ Земфира инәй йүгереп килә. “Тәлғәт! Айыу! Айыу!” – ти. Мине атайым тип уйлаған икән. “Бесән сабып йөрөйбөҙ, ә бакуй башында бер айыу балалары менән беҙгә ҡарап тороп муйыл ашап тик ултыра, – тип һөйләне әсәйемә. – Тәлғәт кейәү барып атып ҡурҡытһа ине”. Миңә ышаныс белдереүсе булманы. Исмаһам, берҙе генә һауаға атырға рөхсәт итһәләр, тиһәм... Хәйер, әсәйем дә шәп ине ул: мылтыҡтан атып, әллә ҡайҙағы шырпы ҡабына тейҙерә торғайны.

Кискә ҡарай атайым килде лә беҙҙе икенсе сабынлыҡҡа эйәртеп алып китте. Артта ҡалып, мылтыҡты һауалағы самолетҡа тоҫҡап киләм. Фашистарҙыҡы булһа, атып төшөрәм, йәнәһе. Шунан бер мәл атайым саҡырып алды: “Айырылып барма, ана, йылға буйында айыу йөрөп ята”. Юрый ҡурҡыталыр, тинем. Сабынлыҡҡа килеп етеп, һыу буйына төшөп ҡараһаҡ, ысынлап та, бер ҙур һәм ике бәләкәй айыуҙың яңы ғына үткән эҙҙәре ята. Шөрләү түгел, әллә ни аптыраманым да. “Миңә тигәнен дә бөтөрә яҙғандар!” – тип әрләй-әрләй айыуҙарҙан ҡалған муйылды ашау менән мәшғүл инем.

Үҫмер саҡта йәйгеһен ауылдан ун саҡрым алыҫлыҡтағы сабынлыҡта өсәүбеҙҙең – мин, Данияр, Фидан – ҡуна ятып эшләгәнебеҙ бик ҡыҙыҡлы мәл булып иҫтә ҡалған. Иртәнсәктән ҡараңғы төшә башлағансы бесән сабабыҙ ҙа айыу аңдырға сығып китәбеҙ. Өсөбөҙгә – ике эт, һыңар көбәкле бер мылтыҡ, бәләкәй бысаҡ һәм... саңғы таяғы. Бер кистә шулай Әсебар йылғаһында айыуҙы тап иттек тә Данияр атып алмаҡсы булды. Фонарь тоҡандырып, яҡтыртып ҡараныҡ: яҡынса йәш ярымлыҡ ҡорбаныбыҙ, йылғаға арҡыры ҡолаған ереккә ултырған да, бер ҡулы менән өҫтәге ботаҡҡа тотоноп, икенсеһе менән эттәрҙе ҡыуып маташа. Фидан, айыуҙы йәлләп, ағаһының мылтығына йәбеште: “Атма, атма!” Данияр, бер килке уйлап торҙо ла, ерҙән таш алып, баяғы ерек яғына бәреп ебәргәйне, айыу йылға үренә шаптыр-шоптор йүгереп ҡасып китте.

Йөрөмәгән ер, ҡылмаған нәмә ҡалмай торғайны, бесән өҫтө булһа ла. Кәкрегәбән тауына менеп, бөркөт ояһы эҙләү тиһеңме, Айғарағайҙа айыуҙың һоло баҫыуына килгәнен көтөүме, балыҡ ҡармаҡлау һәм һуйыр атып алыуҙармы, Уна йылғаһын быуып, ағышын үҙгәртергә тырышыумы, күршелә бесән әҙерләгән мәктәп директоры Марс ағайҙың күбәләрен үҙе күрмәгәндә дилбегә менән йылға буйына тартып төшөрөүме – һәр ҡайһыһы үҙе бер мажара. Ә инде башҡа ваҡыттарҙы ла иҫләһәң, бала саҡтың бәхетле көндәрен һанап бөтөрөп тә булмаҫ.

Эйе, беҙҙе атайыбыҙ тыйып, ҡурҡытып өйрәтмәне. Эш боҙһаҡ та, ныҡ ҡаты бәрелмәне. Һәнәк-көрәк, балта-сүкеш менән бергә мылтыҡ та тотоп үҫтек. Ҡушҡөбәк тәтемәгәндә – үҙебеҙ эшләп алған һыҙмаларҙы. “Ана, бәләкәй генә көйө мылтыҡ күтәреп, урманда шарт та шорт атып йөрөйҙәр!” – тип дәғүә белдереүселәрҙең ауыҙын: “Өйөмә килеп, балаларымды ошаҡлап ултырма! Үҙем беләм, улар ҙа үҙҙәре белә!” – тип тиҙ генә яптыра белде атайым. Тормош бит уҡыуҙан, эштән генә тормай, ир кешегә йыш ҡына ҡорал тоторға ла тура килә. Һәм, әлбиттә, ул ҡоралды тотоу өсөн ҡулыңдан бигерәк йөрәгең әҙер булырға тейеш.

Даян Мәзитов #БалаСаҡтыңБәхетлеСаҡтары эстафетаһына ҡушылып яҙған.

 

Автор:
Читайте нас: