Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
13 Февраль , 09:20

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?

Тауҙай ҡарҙан һуң килгән аяҙ көндәрҙә әҙерәк көрәктән ял итеп тә өлгөрмәнек, йәнә ҡар яуа башланы. Етмәһә, кисәле-бөгөнлө магнит “дауылы” ҡотора. Ә алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә һуң?

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?
Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?

-Һауа торошо тағы үҙгәрә, тип хәбәр итәләр. Бөгөн ҡар яуа, урыны менән көслө була. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа хәл ҡатмарлаша. Көндөҙ һауа температураһы минус 2-7 тирәһендә тирбәлә.

Шаршамбы, 14 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Төндә һауа температураһы минус  20-25 (көньяҡта – минус 11-16), көндөҙ минус 11-16, көньяҡта минус 6 тирәһе булыр тип күҙаллана.

Кесаҙна, 15 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы төндә минус 20-25, урыны менән 29-34, көндөҙ минус 19-24 градус булыр тип көтөлә, - тип хәбәр итә “Башинформ”.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: