Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
9 Ноябрь 2023, 08:45

Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең биләмәһендәге урмандар буйлап йөрөгән ваҡыттарында ҡурсаулы биләмәлә ҡырҡылған ағасҡа тәл булғандар. Айырыуса һаҡланыусы биләмәләге ағасҡа кем ҡул һуҙған? Уны ниндәй яза көтә? Әйткәндәй, ғәйеплене тапҡандар. Был турала тулыраҡ – артабан.

Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған
Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған

- Ә бит ҡурсаулыҡ биләмәһендә ағас түгел, хатта үләндәрҙе, сәскәләрҙе лә өҙөргә ярамай. Тимәк, ҡурсаулыҡ режимын боҙабыҙ булып сыға инде.

Ҡурсаулыҡ буйлап йөрөп ятҡан ваҡытта ҙур кимереүселәрҙән – ҡондоҙҙарҙан зыян күргән ағасҡа тап булдыҡ. Ағастың олононда кимереүселәрҙең теш эҙҙәрен дә күрергә мөмкин. Яй-яй-яй!

Әгәр етди итеп әйткәндә, улар ағастарҙы уларҙың япраҡтарына барып етеп, ҡышҡа үҙҙәренә япраҡ аҙыҡ әҙерләү өсөн йығалар. Минең фекеремсә, был осраҡта уларҙың тормошона ҡыҫылырға кәрәкмәй. Был тәбиғәт һәм унда барыһы ла тәбиғи. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – тин яҙа ҡурсаулыҡ экскурсоводы Гөлшат Сәйфуллина.

.

 

С любовью, Шульган-Таш!

 

https://vk.com/public140304465

 

Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған
Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған
Ҡурсаулыҡта кем ағас ҡырҡҡаны асыҡланған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: