Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Ноябрь 2023, 15:05

Һуңғы айыу Ф. Ғазин

«Әһә, бына ул, бына, хәҙер мин һине, хәҙер. Мылтығы ғәҙәттәгесә ҡолаҡ тондороп шартлап атылыр урынға ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡылданы. «Осечка?!» Булмаҫ!  Ул мылтығының тәтеһенә ҡабаланып тағы-тағы баҫты. Баяғы хәл ҡабатланды. Ҡото осоп, ҡалтыранған ҡулдары менән биленә бәйләнгән патронташынан яһау эҙләне. Ләкин уныһы буш ине. Быны һиҙгәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Артҡы аяҡтарында баҫып торған иҫ киткес ҙур айыу уның эше мөшкөл икәнен һиҙҙе. Етеҙ генә алға ауып, дүрт аяғына баҫты ла, бар нәмәне тапай, өҙә-йолҡа, йәмһеҙ үкереп уға ташланды.

Һуңғы айыу Ф. Ғазин
Һуңғы айыу Ф. Ғазин

Ул нишләргә белмәне. Ҡасырға тип уҡталғайны, урынынан да ҡуҙғала алманы. Бына-бына был албаҫты уны тотоп ала инде. Тәненә айыуҙың хәнйәр һымаҡ үткер теше, тырнаҡтары ҡаҙалғандай тойолдо.

«Бәхил бул, яҡты донъя!» Юҡ-юҡ, берәйһен ярҙамға саҡырырға кәрәк.

– Ҡотҡарығы-ыҙ, ой-ой!

– Хисмәт тием, Хисмәт, уян!

–Ҡотҡарығы-ыҙ, ой-ой!

Ул уянһа ла, айыу урынына әбейен сырамытһа ла, төшөнән айный алмай ҡысҡырыуында булды.

– Вәт суҡынғыр, Хисмәт, тием, – тип әбейе елтерәткәнгә генә ул саҡ уянды.

Ауыр юрғанын ситкә бырғатып, уһылдай-уһылдай тороп ултырҙы. Тиргә батҡан битен, муйынын ҡоро тире лә һөйәккә ҡалған усы менән һыпырҙы. Һаҡ ҡына тирә-яҡты күҙә­теп сыҡты, әле генә булған ҡот осҡос хәл төшөндә булғанлығына тамам ышанғас еңел һуланы.

–  Олоғайып һаҡалың билеңә еткән, күп­ме «Бисмилла» уҡынып ятырға тылҡыйым. Мине тыңлаһаң, былайтып, ете төн урта­һында күҙеңде аҡайтып ултырмаҫ та инең, – тип уның һаташыуына йөрәкһенеп уянған әбейе мыжыны.

–  Теләһә нәмә уҡырға мин мулламы ни?

– Уға яҡшылыҡ өсөн әйтәһең, ә ул мул­ла ла мулла... Эй, һиңә һүҙ әрәм итеп әйт­кәнсе, – тип әбейе үпкәләп стена яғына бо­ролоп ятты. Төштөң айышын баштан-аяҡ иҫ­ләп ул оҙаҡ ҡына ултырҙы. «Дә, өндә генә түгел, төшкә лә керә башланың», – тип ауыр көрһөнөп алды. Уның йоҡоһо тамам ҡас­ҡайны. Шуға яңынан ятыуҙы килештермәне. Кейенеп тышҡа сыҡты. Ҡибла яғындағы икһеҙ-сикһеҙ тау һыртынан тыуып килгән көн­дөң шаңдағы һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күренә ине. Был тоноҡ ҡына ҡыҙғылт яҡтылыҡ күҙ­гә күренеп ҙурайҙы. Күберәк майҙан биләгән һайын, яҡтылыҡтың төҫө үҙгәреп аҡһылла­на барҙы. Ниһайәт, ҡояш үҙе лә күренде. Ҡояштың тәүге илгәҙәк нурҙары, Хисмәт ҡарттың башындағы ауыр уйҙарын таратып, уның менән шаярҙы: күҙҙәрен сағылдырҙы, битен, ҡулын йылы нурҙары менән һыйпаны.

Яңы көн тыуа, яңы көн!

Тик Хисмәт ҡарттың был шатлыҡлы ми­нуттары оҙаҡ дауам итмәне. Теге төшө «ҡылт» итеп тағы иҫенә төштө. Уның һөм­һөрө ҡойолдо.

Юҡ, миңә бындай кәсепкә ризалыҡ бир­мәҫкә кәрәк булған. Айыу артынан йөрөү етмеш йәшлек ҡарт эшеме ни? Хәҙер уның менән төштә лә, өндә лә алышсы әле.

 

***

Уның тыныс ҡартлығы күршеһе Хәмдениса әбейҙең яңғыҙ һыйырын айыу йыҡҡан­дан һуң боҙолғайны.

– Кемдең генә ҡарғышы төштө икән. Улай тиһәң, берәүгә лә яманлығым тейгәне юҡ шикелле. Һыйырымдың быҙауы етем ҡалды, хәҙер нишләргә инде, – тип Хәмдениса әбей бер көндө уларға иламһырап килеп инде.

–  Күрше, ул тиклем бөтөрөнмә инде, бы­ҙауыңа һөттө беҙҙән алып торорһоң. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй.

–  Рәхмәт инде, күрше. – Хәмдениса әбейҙең ҡара көйгән йөҙө яҡтырып китте. – Был изгелегеңде мәңге онотмам. Һинең һаулығыңды теләп көн һайын хәйер бирермен.

–  Һыйырыңды ҡайһы тирәләрәк йыҡ­ҡан? – тип бер яҡ ситтәрәк ултырған Хис­мәт ҡарт әбейҙәрҙең һүҙенә ҡыҫылмай түҙә алманы.

–  Эй, кеше йылдың-йылы шашҡан һы­маҡ, улар ҙа ҡалышмай ҡәһәрең. Миндеғәле күпере эргәһендә генә йыҡҡан.

–  Булмаҫ, – тип Хисмәттең әбейе бот сапты.

–  Эйе, мин дә булмаҫ, икенсе сәбәптән үлгәндер тип уйлағайным. Бахырҡайымдың тырналған тәнен, ашалған еленен күргәс, шул яуыздан башҡа кемде ғәйепләйһең инде.

– Күрше, һыйырың ҡасан юғалды тиең әле? – тип һораны Хисмәт ҡарт.

–  Ошо ике-өс көн араһында ғына.

– Бабай, айыу ауларға уйламайһыңдыр, – тип әбейе уға сәйер генә ҡарап ҡуйҙы, шу­нан кеткелдәп көлөп: – Ҡайҙан инде һиңә һунарға, мылтыҡҡа түгел, кәүҙәңә саҡ көсөң етеп йөрөй, һунар, имеш.

Әбейенең был һүҙенә ул бик ғәрләнде, шулай ҙа һыр бирмәй:

– Ғүмеремдә йөҙ айыу алған һунарсы­мын әле. Кәрәкһә, йөҙ ҙә берен дә алыр­мын, – тип ҡуйҙы.

– Етмеш айыу, – тип әбейе төҙәтте.

– Йөҙ ҙә бер айыу, әллә мине һан бел­мәй тиһеңме, аллаға шөкөр, өс класс бөткән кеше әле мин, – тип ул ҡыҙып киткән булды.

– Ярай инде, ярай, һин еңмеште еңеп буламы.

Хисмәт ҡарт, шулайтып, күптән онотол­ған һөнәренә дәртләнеп китте. Эшһеҙ ятҡан ҡушкөбәген эҙләп алып, таҙартып майланы, эре йәҙрәле яһау эшләп, эңер төшкәнен дә көтмәй, емтек янына китте.

Ҡыуаҡлыҡ төбөндәге емтекте әллә ҡай­ҙан сырамытып алды ул. Һаҡ ҡына шул яҡҡа атланы. Емтеккә етер-етмәҫ ҡапыл ағас башында ниҙер ҡыштырланы, шартлап ботаҡ һынды, айыу урынына кешеләр күренде.

– Ха-ха-ха! Ҡарағыҙ әле беҙҙең табыш­ты бүлешергә Хисмәт ҡарт та килгән түгел­ме. Ха-ха-ха!

– Ҡарт та тик ятмай, ә? Ха-ха-ха!

Хисмәт ҡартҡа был тирәнән тиҙерәк ки­теүҙән башҡа сара ҡалманы. Ул сәсрәп ҡайт­ты. Мылтығын өйгә ингәс тә бәреп ебәргән булды, буш биҙрәне осора типте.

Юҡ, юҡ, бүтән һунар тип ауыҙымды ла асмайым! Малакасустар, минең һымаҡ йөҙ ҙә бер айыу алып ҡараһындар әле! Алыр­ҙар – алмай ни!

Оҙаҡ ғүмер итеп, уның ҡылығын яттан белгән әбейе йыуатырға ашыҡты.

– Һин ашағаныңды ашағанһың, нимә шул йәштәр араһына ҡыҫылып йөрөйһөң. Өйҙә ят та йәшлегеңде, айыу аулаған саҡтарыңды иҫеңә төшөр.

– Дөрөҫ һөйләйһең, әбей. Айыу аулау ҡарттар эше түгел, – тип ул килеште.

Шулай ҙа уның күңеле тиҙ генә тынысла­на алманы. Бер тышҡа сығып китте, бер өйгә килеп инде. Урман яғынан атыу тауышы ишетелмәҫме икән тип ҡолағын һаҡ тотто. Төнө лә бик тынысһыҙ үтте.

Иртәгәһен ауылға теге һунарсыларҙың айыу алыуы мәғлүм булды. Йыртҡысты ҡа­рарға бар ауыл халҡы тиерлек йыйылды. Хисмәт ҡарт был күренеште ҡойма аша ғы­на күҙәтте. Ул, тиреһе ҡырылмаһа-ҡырҡ урын­дан тишкеләнеп, ҡанға батҡан әллә ни ҙурҙан булмаған айыуҙы ысынлап йәлләне. Үҙ­ҙәрен ысын батырҙар һымаҡ тотҡан хәсрәт һунарсыларға ҡарап йәне көйҙө.

Айыу үлтерелгәс, ауылда мал өсөн хафа­ланыуҙар тағы онотолдо. Ләкин ауыл халҡының тыныс тормошо оҙаҡҡа барманы. Иртәгәһен көтөүсе Әмин «тағы малға айыу тей­гән» тигән борсоулы хәбәр алып килде. Ха­лыҡ араһында мәхшәр ҡупты. Һәр ҡапҡала кисен өмөт менән малдарының теүәл ҡай­тыуын көттөләр. Теге өс һунарсы емтектәге айыуҙы һағаларға ашыҡты. Нишләптер ул төндө айыу килмәне. Иртәгәһен дә шул уҡ хәл ҡабатланды. Ләкин, уның байына, икенсе урында айыу йыртҡыслығын ҡылды, тағы көтөүҙән айырылған малға тейҙе. Был хәлгә аптыранған һунарсылар яңы емтекте табып, аңдыуҙы шунда күсерҙеләр. Бында ла улар файҙаһыҙға ике төн уҙғарҙы. Көн дә һунарсы­ларҙың ошолайтып уңышһыҙлыҡҡа осрауы, айыуҙың мал ҡырыуы уларҙың абруйын тө­шөрҙө. Уларҙың: «Йәшәгән айыу емтек яны­на тиҙ генә килмәй инде ул», – тип аҡланыуҙарының да файҙаһы теймәне. Ул ғына ла тү­гел, халыҡ араһында: «Күмәкләшеп барып айыуҙы өркөтәләр ҙә, уныһы икенсе урында малға тейеп үс ала», – тигән һүҙ сыҡты.

Халыҡ шунда атаҡлы айыусы Хисмәт ҡартты иҫенә төшөрҙө.

– Ағай, әллә шул йыртҡыстың иманын уҡытаңмы? – тип уға бер көндө ҡалын кәү­ҙәле ауыл Советы председателе килеп инде.

Хисмәт ҡарт үҙ ҡолағына ышанмай тор­ҙо, әллә был минән көләме, тип тәүҙә шарт­лар сиккә етте. Үтенестең ысын күңелдән икәнен аңлағас, ҡыуанысы эсенә һыйманы. Ултырған урынынан йәштәрсә ырғып торон председателдең йомшаҡ ҡулын ҡыҫты, рәхмәт белдерҙе. Йөрәкһеп иҙәндә бер былай, бер тегеләй йөрөп алды.

– Бер аяғын ҡәбергә терәгән ағайығыҙ­ға тыныс үлергә лә ваҡыт бирмәйһегеҙ. Унан ниндәй һунарсы сыҡһын? – тип әбейе генә мыжып алды.

– Һин, әбей, ирҙәр эшенә ҡыҫылма, – тип Хисмәт ҡарт, председатель был һүҙгә бо­ролоп сығып китмәһен тигәндәй, әбейенә екерҙе.

– Эй-й, һине аңламаҫһың. Яңыраҡ ҡына ғүмерҙә ҡулыма мылтыҡ алмайым тип һүҙ биргәйнең. Бөгөн киреһен һөйләп тораһың. Хәйер, ул ғына сәбәп булһа ярай ҙа ул. Билем ауырта, тип мыжый инең дә баһа.

– Эй-й, ул ауыртыу бүстәк кенә булған икән, бөттө ул, – тип ул әбейен алдарға ма­ташты. – Ул яуыздың иманын уҡытырға кә­рәк. Уны халыҡ һорай бит.

Әбей: «Теләһә ни эшлә», – тип ҡул һел­тәне. Хисмәт ҡарт «Мәңге оронмаҫмын!» тип һандыҡҡа һалған ҡушкөбәген тартып сығар­ҙы. Яһауын барланы.

Ул һунарға иртәгәһен таң менән сыҡты. Өҫтөнә таушалып, төҫө уңып бөткән гимнас­теркаһын, башына кәүшәйгән йәшел эшләпәһен кейҙе. Ул ошолай кейенеп алғас йәшәреп киткәндәй булды. Былай ҙа күтәренке күңе­ле тағы күтәрелде. Алға бөкрәйә биреберәк торған кәүҙәһен турайтты, һалмаҡ ҡына аҙымдарын тиҙләтергә көс тапты. Дөрөҫ, был ҡыланышы ауылдан сығып, тауға күтәрелә башлағас та юҡҡа сыҡты, элекке хәленә ҡайтты. Ул ғына ла түгел, биле сәнсеп ауыр­тырға тотондо, тыны ҡыҫылды.

«Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел инде ул» тип ауыр уфтанып алды. Шулай ҙа тешен ҡы­ҫып юлын дауам итте. «Хәҙер бөтә ул», – тип үҙен йыуатҡан булды. Ысынлап та, көҙгө урманға ингәс, әкиәттәгесә сихри донъяға әйләнеп ҡайтҡандай тойҙо үҙен. Ҡартлыҡ, ҡайғы, ауыртыуҙар – барыһы л онотолдо. Бешкән үлән еҫе, ҡош тауыштары тәьҫиренән матур уйҙар, икһеҙ-сикһеҙ хыялдар ғына тыуҙы.  Хисмәт ҡарт шунда ғына һуңғы осоро ғүмеренең  төҙһөҙләнгәнен, нимәлер етмәгәнен аңлап алды. Уға тап урман, саф һауа, ҡош тауыштары кәрәк булған да инде!

Эйе, ҡарт ярты ғүмерен тиерлек урманда уҙғарҙы. Айыу аңдыны, ҡуян, төлкө аула­ны, һуйырҙың туй уйынын боҙҙо, үлтерҙе юҡҡа сығарҙы. Күҙҙәренән йәш мөлдөрәтеп күпме мышы, илек уның йәҙрәһенән үлә ал­май ятты. Ул ҡорбанына аяуһыҙ булды, ас бүреләй көнө-төнө яралы йәнлектең артынае ҡыуҙы. Ҡыуып етеп атып үлтергәс сикһеҙ ҡыуанды, шунса йәнлек үлтерҙем, тип кешеләргә маҡтанып һөйләне, һуңғы осоро, кейек, ҡош-ҡорт ҡырҡа кәмей башлағас ҡы­на, үҙенең рәхимһеҙлеген аңлағандай булды. Үлтерелгән йәнлектәрен барлап сыҡҡас иҫе китте. «Бер кеше генә шундай этлек ҡылғас, донъяла ниндәй тереклек ҡалһын», тип уйланы. Ләкин ҡанға һеңгән һөнәренән ваз кисмәне, барыбер атты, үлтерҙе. Был уйҙар­ҙы уйлағас уға уңайһыҙ булып китте. «Ур­мандың саф һауаһын һулап, ҡош тауышта­рын тыңлап дәрт алырға хоҡуғым бармы икән?» тип уйланы. Урман уның уйын һиҙмәй, этлектәрен иҫләмәй, шаулап ҡаршы алды.

Ошо урмандың бер асыҡ ерендә башмаҡ емтегенә тап булды. Саф һауа һаҫыҡ еҫ ме­нән алышынды.

Хисмәт ҡарт сатай-ботай ятҡан, тояҡ та башы ғына ҡалған был мәхлүктең башына етеүсенең тик айыу икәнлеген шунда уҡ аңғарҙы. Емтек эргәһендәге һәр нәмәне күҙҙән үткәрергә тотондо. Ҡарашы аҡтарылған ергә төштө. Шәп-шәп атлап шунда килде­ Айыуҙың ярылып ятҡан туҫтаҡ яҫылығы эҙен күргәс иҫе китеп ҡарап торҙо. «Булмаҫ, теге бәндәләр минән көлөп юрамал айыу эҙе эшләгәндәрҙер әле» тип тирә-яғын, ағас баштарын ҡарарға тотондо. Ғүмер буйына һунарға йөрөп, ындай ҙур эҙгә тәүгәә юлығыуы ине. Ул эҙҙең хужаһын күҙ алдына килтереп тәне семерләп китте. «Күрәһең йәшәгән айыуҙыр инде, өлөшөңә күрә көмөшөң. Моғайын, уртаҡ тел табырбыҙ әле» тип күңелһеҙ генә уйлап алды.Бейк имәндең ҡабыҡтары аҡтарылып тороуы  ҡарттың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ағасҡа яҡыныраҡ килгәс, ул айыуҙың тырнаҡ эҙҙәрен күрҙе: «Был минең биләмәм», - тип  билдә һалырға ярата икән. Айыуҙың бында бүтәнсә килмәйәсәген ҡарт яҡшы аңлай ине. Сөнки ауылда шундай хәбәр таралып өлгөргәйне, имеш, был айыу ҡорбанының ҡанын ғына эсә икән... Әлеге һүҙгә ышанды. Сөнки айыу ҡартайһа, һайлансыҡ булып китә. Улар араһында кеше ашаусы йә әлеге һымаҡ ҡан менән генә туҡланып йәшәгәндәре булыуы ла ихтимал.

 Ул айыуҙың эҙенән йүнәлеш алып юлын дауам итте. Был яҡта айыуҙы осратырмын тип бик үк ышанмыны, шулай ҙа шайтан ни менән генә шаярмай... Ул айыу менән күҙгә-күҙ  осрашып ҡына уны атып алып буласағын яҡшы аңлай ине.

Ул кискә тиклем айыу эҙләп, урман ҡы­ҙырып йөрөнө. Ҡояш ағастар араһына инеп юғалғас ҡына ҡайтырға кәрәклеген иҫләне.

 

***

Иртәнге сәйҙе эскәндә төшөн әбейенә һөйләне.

– Абау, һүҙ итеп һөйләп ултыра бит әле. Тыныс ҡына ҡартайыуға ни етмәй? – тип әбейе ризаһыҙлыҡ белдерҙе. – Ғүмер буйы­на шуларҙың артынан йөрөнөң, ялҡманыңмы ни? Әгәр төштәге һымаҡ өндә уның ҡор­баны булһаң?

– Үлһәм ни, халыҡ эше өсөн һәләк булам да инде. Бәлки, зыяратыма йондоҙ ҙа ҡуйырҙар, батыр булды, тип телмәр һөйләрҙәр.

– Мин, алйот, һиңә һүҙ әрәм итеп хәбәр һөйләп ултырам, – тип әбейе туҙып китте.

– Шаяртам да инде, әбей, – тип әбейенен бөйөрөнә төрткән булды. – Ул ҡарт айыуҙы атып алғас күрерһең әле.

– Бирһен Хоҙай.

Хисмәт ҡарт иртә таңдан торһа ла, эш табылып, һунарға төштән һуң ғына сыҡты. Урманға инеп әҙерәк атлағас, аяҡ аҫтынан тиерлек һуйырҙар осоп сыҡты. Уларҙы күр­гәс уның тәненә рәхәтлек йүгерҙе. «Был ур­манда айыу менән беҙ генә түгел икән» тип ҡыуанды.

Ул мылтығын әҙер генә тотоп, кискә тиклем айыу эҙләп урман айҡаны. Ләкин уның эҙе лә, үҙе лә күренмәй ине. Иртәгәһен дә, иртәнән һуң да бындай эҙләнеүҙәр дауам итте.

 

***

Һыҙланып, әрәмәлектә ятҡан ҡарт айыу, ҡыштырлауҙы ишетеп, ырғып торҙо, танауын һыҙғырта-һыҙғырта тын алды. Муйыл, еләк, балдың тәмле еҫенә уны өркөткән кеше еҫе килеп бәрелде. Кеше насарлыҡтан башҡа нә­мә алып килмәгәнен аңлап, тауыш-тын сығармай, ул һыпыртыу яғын ҡараны. Күпмелер барғас «кешенән ҡотолдом шикелле» тип ул балаҫ кеүек түшәлеп үгҫкән мүк өҫтөнә бө­гәрләнеп ятты. Урынынан ҡуҙғалыу яраһын ярһытты ғына. Ул ауыртыуға сыҙамай бор­ғоланды, ыңғырашты. Ҡасандыр кешенең ҡурҡыныс таяғынан осоп сыҡҡан «себен» яралаған яурынын яларға тотондо. Ләкин уның файҙаһы теймәне. Әрнеүгә түҙмәй айыу ерҙе иҙеп тәгәрләргә тотондо. Шунан үсен ҡыуаҡлыҡ, йәш ағастарға күсерҙе. Уларҙы ғәйрәтләнеп тамырҙарынан аҡтарып алып ырғытты. Яраһы баҫылыу урынына көсәйҙе генә. Һыҙланыуға шашҡан айыу бая­ғы килгән юлынан кире артҡа сапты. Ниш­ләптер ул кешене ботарлап ташлап ҡына әрнеүенән ҡотолоп буласағына ышанды. Кеше­не бая үҙе ятҡан әрәмәлек буйында тап ит­те. Ярһып сабып килгән айыу кешенең ут сәсеүсе ҡурҡыныс таяғын күргәс, ҡурҡып, ҡапыл туҡтаны. Йөҙ йәшәр ҡарағайҙар аша уны аңдып күҙәтергә тотондо.

Кеше, ыһылдай-ыһылдай, түңгәк табып шунда ултырҙы. Кеҫәһенән нимәлер сығарып ауыҙына алып уны төтәтә башланы. Былай ҙа кеше еҫенә саҡ сыҙап торған айыу, тәмә­ке еҫе танауына бәрелгәс сәсәй яҙҙы, күҙе шарҙай булды. «Ҡурҡыныс таяғын ситкә һалһа, һөжүм итергә», – тигән уйынан кире ҡайтты. Ут, төтөн борҡотоп ултырған был әҙәмгә нисек ҡурҡмай ташланаһың! Ул төтөндөң кешегә ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ икәнен яҡшы белә ине. Бер ни тиклем ул­тырғас кеше урынынан тороп муйыллыҡ эргәһенә килеп һонолоп-һонолоп емешен ауы­ҙына алды. Ул кешенең муйыл ашағанын тәү­гә күрә ине. Айыуҙың ауыҙынан һыуҙар ҡо­йолдо. Уның да емеш-еләк ашағыһы килеп китте. Ләкин нишләптер һуңғы осоро уның тәмен тоймай. Уны көн дә ауыл яғынан кил­гән «боландарҙың» ҡайнар ҡаны, йомшаҡ ите ымһындыра ине. Ҡарт айыу үҙе лә аңғар­маҫтан, әллә һыҙланыуҙанмы, әллә кешенән үс ала алмауына йәне көйөпмө, үкереп ебәрҙе.

 

***

Хисмәт ҡарт бына нисәнсе көн инде айыу эҙләй. Арманһыҙ булып бар ерҙе ҡыҙырып сыға ла, иртәгәһен тағы шул кәсебенә тото­на. Ҡайтмаған малға айыу тейеүсән була тип, хатта бер-ике төнөн дә йәлләмәй айыу­ҙы аңдыны. Уның йоҡоһо ҡасты. Былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тамам сауыҡты. Кейем аша ослайып һөйәктәре беленде. Йөҙөндәге бу­раҙналар тәрәнәйҙе һәм күбәйҙе. Бите ҡояшҡа янып көрәнәйҙе. Тик теремек, аҡыллы күҙҙәре генә донъяға һаман йылмайып, дәрт­ле ҡарайҙар ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы осоро сыҙатмаған биленең ауыртыуы, йөрәк, тағы әллә нәмәләр сәнсеүе ҡул менән һы­пырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Әбейе көн дә был шөғөлөнән баш тартырға өндәп мыжый. Һәр эште башынан аҙағына еткерер­гә ғәҙәтләнгән ҡарт, һүҙен һүҙ итергә ныҡышып, айыуҙы эҙәрләүен дауам итте.

Бөгөн дә ул урманда. Һаҡ ҡолағы бәрелә-һуғыла, ҙур тауыш күтәреп килгән кешеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ ишетте. Кемдәр былай итеп бар нәмәне өркөтөп йөрөй икән? – тип ҡарт уларҙың ҡаршыларына атланы. Өс ке­шенең теге бәләкәй айыуҙы алған һунарсы­лар икәнен күргәс, улар менән осрашмаҫ өсөн тиҙ генә ситкә боролдо.

– Хисмәт ҡарт, туҡта әле, туҡта, – тип, улар уны күреп, урман яңғыратып һөрәнләнеләр. Ҡартҡа туҡтарға тура килде. Һунар­сылар килеп итәғәтле генә ҡул бирешеп күрештеләр. Ҡарт быларҙың әҙәплелегенә аптырап ҡуйҙы. Шулай ҙа уларҙың ниҙер уйлап эстән генә йылмайыуын һиҙмәй ҡалманы.

– Ишеттек, ишеттек, халыҡ эше өсөн йө­рөйһөң инде, ә, – тип ҙур башлы, шешмәк йөҙлөһө әйтеп ҡуйҙы.

– Йөрөйөм әле, – тигән булды ҡарт уның тел төбөн аңламай.

– Ялҡытмаймы ни? – тип уға йәшкелт кейемле йәшерәге ҡушылды.

– Был һөнәр ҡанға һеңгән бит ул, уландар! – тип ҡарт уларҙы һаман аңламаны.

– Ҡанға һеңгән, ҡанға һеңгән. Һеҙ, ҡарттар, беҙгә йәшәргә ҡасан юл бирерһегеҙ? – тип шешмәк күҙ асыуланып әйтеп ҡуйҙы. – Эштә лә пенсионерҙар, хатта урманда ла ҡарттар һинең өлөшөңә керә.

Был һүҙ ҡартҡа ныҡ тәьҫир итте. Бер аҙ ғына ҡурылып, тамағындағы төйөндө йота алмай торҙа. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып тыныс ҡына:

– Улым, һин мәрхүм Искәндәр ҡарттың малайы шикелле?

– Шунан?

– Уға бер ҙә оҡшамағанһың. Атайың яр­ҙамсыл булды. Икмәген дә ҡап уртаға бүлешер ине. Ә һунарсы булараҡ, бер ҙә был минең ер, тип даулашып йөрөмәне.

– Атайға бәйләнмә, ул һинең һымаҡ кәкрәйгәнсе ҡомһоҙланып урманда йөрөмәне, – тип ир төкөрөгөн сәсрәтә-сәсрәтә уның ҡаршыһына уҡ килеп баҫты.

–  Олатай, был хан заманғы пистолетың менән айыу ауламаҡсы булаһыңмы ни? – тип бер яҡ ситтә һүҙгә быға тиклем ҡатнаш­май торған сандыр кәүҙәле һунарсы ҡушыл­ды. – Бына беҙҙең ҡоралды ҡара әле, «вертикалка» тип атала. Уның менән хет бер-ике саҡрым ерҙәге себенгә ат, тейә.

– Әй, уландар, эш мылтыҡтамы ни?

Ҡарт, ошо ҡушкөбәге менән бер нисә тиҫтә айыу алдым, тип маҡтанырға уйлағай­ны ла, бының урынһыҙ икәнен аңлап, тауы­шын сығарманы. Һунарсылар унан күңелдәре тулғансы көлдөләр, мыҫҡылланылар ҙа, үҙ юлдары менән китеп барҙылар.

Был һүҙҙәргә уның күңеле бик төштө. Матур-матур уйҙары әллә ҡайҙа китеп юғалды. Дәртле аҙымдары һүлпәнәйҙе. Донъя ҡараңғыланып, төҫһөҙләнеп киткәндәй булды. Ул үсе ҡанғансы ауыҙ эсенән мығырлана-мығырлана теге һунарсыларҙы һүкте.

 

***

Һуңғы көндәре хәле мөшкөлләнгән ҡарт айыу донъянан бөтөнләйгә ваз кисте. Үлемен көтөп, әллә ни тәрәндән булмаған соҡорға боҫто. Аслыҡтан уның ҡасандыр ғәйрәтле тәне хәлһеҙләнде. Күҙҙәрен эрен баҫты, ауыҙынан аҡ күбектәр һәленде. Матур һор тиреһе бысранып ойошто, һаҫыны. Эргәһендә себен-серәкәйҙәр мыжғыны. Улар уны күпме тешләһәләр ҙә, ҡанын һурһалар ҙа айыу урынынан ҡыбырламаны. Сөнки, генә ҡыбырлаһа ла, яраһы әрнеп һыҙлай ине. Эргәһендә уның үлемен һиҙеп, ҡоҙғондар, һайыҫҡандар күренде. Ул тирә-яҡҡа бөтөнләй иғтибар итмәй ине. Шулай, әжәле килгәне ятыр ҙа ятыр ине. Юҡ бит, юҡ, ҡур­ҡыныс таяҡтар тотҡан әҙәмдәр тағы бимазаланы. Ул ярһып, бар көсөн туплап аяғүрә аҫты. Тештәрен ыржайтып, ваҡытһыҙ борсоусыларҙы күреп яман итеп үкереп ебәрҙе.

Ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ҡапыл пәйҙә булған дәү айыуҙы күреп, һунарсыларҙың түбә сәсе үрә торҙо. Ауыҙҙарын шаҡ ҡатығып, арбалғандай ҡатып ҡалдылар. Шешмәк йөҙлө һунарсы ғына үҙен ҡулға алып, яурынынан мылтығын һәрмәне. Ажғырынып торған айыуға, ҡалтыранған бармаҡтары менән мылтыҡҡа яһау һалып, атып ебәрҙе. Айыу сайҡалып ҡуйҙы, ләкин ҡоламаны.

– Атығыҙ! Нимә тораһығыҙ һерәйеп, ата һалығыҙ! – тип һунарсы эргәһендәге иптәш­тәренә ҡысҡырҙы. Тегеләрҙән елдәр иҫкәйне инде. Яралы айыу оторо ҡыҙҙы, ҡып-ҡыҙыл ҡан баҫҡан күҙҙәрен төбәп, аҡһыл-һорғолт ҙур тештәрен ыржайтып, һуңғы көсөн йы­йып һунарсыға ташланды.

 

***

Хисмәт ҡарт теге һунарсыларҙың әсе һү­ҙенән оҙаҡ ҡына үҙен-үҙе ҡулға ала алманы. Был һүҙҙәр уның дәрт-дарманын ҡайтарғай­ны. Шуға ҡайтыу яғына ыңғайланы. Күп тә барманы уның ҡолағы әллә ҡайҙан шау-шыу ишетеп ҡалды. «Һис һүҙһеҙ айыу» тип ул тауыш килгән яҡҡа бар хәленсә йүгерергә тотондо. Түңгәккә эләгеп, ҡолап битен һы­ҙырһа ла иғтибар итмәне. Үҙен бар көскә ашыҡтырҙы.

Хисмәт ҡарт йыртҡыс менән кешенең көрмәкләшкән урындың тап өҫтөнә барып сыҡты. Был ҡот осҡос күренеште күреп сәсе үрә торҙо. Бер аҙға баҙап, аптырап ҡалды. Ниһайәт, ҡушкөбәген айыуға тоҫҡа­ны. Иҫ киткес елле айыу, уның атырға тор­ғанын һиҙгәндәй, ҡулында орсоҡ һымаҡ өй­рөлткән кешене уның яғына борҙо. Ҡарт юғалып ҡалманы, мылтығын һелтәне лә, би­лендәге бысағын сығарып айыуға ташланды. Ҡаты ҡулда осло хәнйәр айыуҙың йөрәген тиҙ тапты. Шулай ҙа йыртҡыс һуңғы көсөн йыйып ҡартҡа оҙон тырнаҡтарын батырҙы.

– Хисмәт олатай, һин тереме? – тип башы-бите ҡанға батҡан «шешмәк йөҙ» уны һаҡ ҡына һелкетте.

 – Тере... тере... зинһар, ярҙам ит әле... айыуҙы... айыуҙы күрһәт әле... – тип хәлһеҙ генә һөйләнде ҡарт.

Күҙҙәре аҡайып йылтыраған, күкрәгенән һаман да ҡыҙғылт ҡарағусҡыл ҡан һарҡып ятҡан иҫ киткес айыуҙы Хисмәт ҡарт томан аша ғына күрҙе.

– Һуңғы айыуымды алдым инде, хәҙер халыҡ малы өсөн хафаланмаҫ, – тип мығырлай-мығырлай мәңгегә күҙен йомдо.

«Шешмәк йөҙ», «Олатай, бая мәсхәрәлә­гән өсөн, зинһар, ғәфү ит», – тип әйтергә уйланы ла хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәне күреп, телен тешләне.

Урман ғына бер ни булмағандай шаула­ны ла шауланы.

 

Флүр Ғазин.

 

Автор:
Читайте нас: