Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
26 Октябрь 2023, 16:25

Ҡытайҙа 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә...

1958 йылда  Ҡытайҙа Мао Цзэдун инициативаһы буйынса турғайҙарҙы юҡ итеү буйынса кампания ойошторола. -Бөтә мәктәп турғайҙарҙы үлтерергә юлланды. Беҙ турғайҙарҙың ояларын юҡ итер өсөн баҫҡыстар эшләнек һәм кистәрен улар ояларына ҡайтҡан мәлдә гонг һуҡтыҡ, - тип хәтерләй шул кампанияла ҡатнашыусыларҙың береһе. Турғайҙарҙы ни өсөн үлтергәндәр һуң?

Ҡытайҙа 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә...
Ҡытайҙа 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә...

Бер ваҡыт Ҡытайҙа Мао Цзэдун инициативаһы буйынса турғайҙарҙы юҡ итеү буйынса кампания ойошторола. Быны түбәндәгесә аңлатҡандар – турғайҙар уңышты күпләп юҡ итәләр һәм шуның менән милли хужалыҡҡа ҙур зыян килтерәләр.

Баҡтиһәң, турғайҙар һауала билдәле бер ваҡыттан артыҡ – 15 минут тирәһенән дә оҙағыраҡ була алмай икән.

Барлыҡ крәҫтиәндәр, шулай уҡ был кампанияға йәлеп ителгән мәктәп уҡыусылары һәм ҡала халҡы өйҙәрҙең ҡыйыҡтарында тороп, турғайҙары ҡурҡытып ҡысҡырырға, тастарға, барабандарға, ҡул аҫтындағы башҡа әйберҙәргә һуғырға, күҫәктәрҙе һәм сепрәктәрҙе болғарға һәм уларға йәшенер урын ҡалдырмаҫ:ҡа тейеш булалар.

Арыған ҡоштар һауала үлеп, ергә йығыла башлайҙар. Был “акцияла” ҡатнашыусылар өсөн шул кәрәк була ла инде. Үлгән ҡоштарҙы тауҙай итеп өйөп ҡуялар. Был кампания барышында 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә.

Һөҙөмтәлә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡарышлауыҡтар һәм сиңерткәләр (саранча) үрсеп китә һәм уңышҡа бик ҙур зыян килтерәләр. Илдә аслыҡ башлана. Һөҙөмтәлә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 10-дан 30 миллионға тиклем кеше һәләк була.

Кампания хата булыуын таныйҙар һәм Мао Цзэдун тарафынан инде турғайҙар менән көрәште туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Илдә турғайҙарҙың популяцияһын тергеҙеү өсөн Канаданан һәм СССР-ҙан турғайҙар алып ҡайтырға тура килә.

-Бөтә мәктәп турғайҙарҙы үлтерергә юлланды. Беҙ турғайҙарҙың оыяларын юҡ итер өсөн баҫҡыстар эшләнек һәм кистәрен улар ояларына ҡайтҡан мәлдә гонг һуҡтыҡ, - тип хәтерләй шул кампанияла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Тәбиғәттә бөтә нәмә бер-береһенә көйләнгән шул...

(Уничтожение воробьёв — Википедия).

 

З. Боҫҡонов фотолары.

Ҡытайҙа 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә...
Ҡытайҙа 2 миллиард самаһы турғай юҡ ителә...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: