Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
25 Октябрь 2023, 12:00

Ғәҙәти булмаған ҡарағай...

Ул ағас барыбыҙға ла билдәле булған – үҙенең ҡуйынында Шүлгән мәмерйәһен һаҡлаған Тирмәнтауҙың көньяҡ битләүендә ереккән.

Ғәҙәти булмаған ҡарағай...
Ғәҙәти булмаған ҡарағай...

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы- солоҡсоһо Әлхәм Иҫәнаманов тәбиғәттә аулаҡ ҡалырға ярата. Ул был һөнәрҙе йәштән һайлаған һәм Бөрйәндең тоғро улы булып ғүмер итә.

Дәүләт инспекторҙары даими рәүештә үҙ биләмәләре (обходтары) аша үтә, күҙәтеүҙәр алып бара, үҙҙәренең биләмәһен тикшерә.

Урманға көҙҙөң бер көнөндәге сәфәре Әлхәм Әҡсән улының хәтерендә тәүге ҡар, айыу эҙҙәре, шулай уҡ ҡыҙыҡ бер ағасҡа тап булыуы менән иҫтә ҡалыр, моғайын.

-Үҙемдең обходымдан йыраҡ түгел, Бөрйән урмансылығы биләмәһендә, ҡыҙыҡ булып үҫкән бер ҡарағай иғтибарымды йәлеп итте.

Ул ағас барыбыҙға ла билдәле булған – үҙенең ҡуйынында Шүлгән мәмерйәһен һаҡлаған Тирмәнтауҙың көньяҡ битләүендә ереккән. Тәү ҡарашҡа, ҡарағайға 70-80 йәш тирәһе һымаҡ. Ҡарағайҙы әлеге рәүешендә – элмәк (тоҡан, боғал) һымаҡ үҫергә мәжбүр иткән тәүсәбәпте мин тапманым.

Бындай ағастар тәбиғәттә һирәк булһа ла осраштыра ул, - тип хәбәр итә Әлхәм Әҡсән улы.

Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡарағай бары тик үргә генә ынтыла. Ул ҡаршылыҡтарға баш эймәгән һәм тура үргә үҫә алған – олондоң өлөштәре бормаланып торһа ла, артабан параллель үҫеп киткәндәр.

Был осраҡты ғәҙәти тип әйтеп булмай. Бында кешеләр өсөн дә ишара бар – һынмаған, һығылмаған ҡарағай ишараһы: “Ҡаршылыҡтар алдында туҡтап ҡалырға ярамай, теләһә ниндәй ауыр хәлдән сығыу юлын табырға тырышыу һәм бары тик үргә – яҡтылыҡҡа һәм изгелеккә ынтылыу мөһим!”

(Мәғлүмәттәр С любовью, Шульган-Таш! тәржемә менән бирелде. Фото ла шул төркөмдән)

Ғәҙәти булмаған ҡарағай...
Ғәҙәти булмаған ҡарағай...
Ғәҙәти булмаған ҡарағай...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: