Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
9 Октябрь 2023, 12:30

Һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, аҙнаның тәүге өс көнөндә Башҡортостанда көндәр ямғырлы һәм һалҡын була. Тәғәйен алғанда...

Һауа торошо нисек буласаҡ?
Һауа торошо нисек буласаҡ?

Бөгөн, 9 октябрҙә, ямғыр, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +6, +11°.

Шишәмбе, 10 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +3, +8°.

Шаршамбы, 11 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, таулы райондарҙа төндә һәм иртән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3°, днем +3, +8°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-09/dozhdi-mokryy-sneg-i-gololeditsa-v-bashkirii-poholodaet-do-2-gradusov-3470788

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: