Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Октябрь 2023, 09:00

Таҙарып ҡалған Ағиҙел буйында самауыр сәйе, усаҡта бешкән майғикмәк еҫтәре...

Гәзиттә лә, гәзиттең сайтында ла “Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.  Был акцияның көҙгө этабына тәүгеләр рәтендә үҙебеҙ ҙә ҡушылып, беҙгә тәғәйенләнгән урынды таҙартып та ҡуйҙыҡ. Хәйер, бының менән генә бөтмәне әле урманға ниәт иткәндәребеҙ...

Таҙарып ҡалған Ағиҙел буйында самауыр сәйе, усаҡта бешкән майғикмәк еҫтәре...
Таҙарып ҡалған Ағиҙел буйында самауыр сәйе, усаҡта бешкән майғикмәк еҫтәре...

Шундай матур көҙгө тәбиғәт, тирә-яҡта һиллек, шырт иткән тауыш та юҡ... Сөнки урман йәнлектәре хәҙер ауыл тирәһендә))) Теге район үҙәгенә төшкән айыуҙы күҙ уңында тотоу)))

Бер юлы көҙгө тәбиғәттә урман сәйе эсеүҙе тамамлау йолаһын да атҡарҙыҡ – усаҡта майлы икмәк бешереп ашап, самауыр сәйе эсеп ҡайттыҡ.

Ә Ағиҙел буйҙары күҙгә күренеп таҙарып, тағы ла күркәмләнеп китте. Тәбиғәтебеҙҙе туристар бысырата, фәлән дә төкән, тип һүҙ ҡуйыртҡансы, һәр кемебеҙ ял иткән урынынан берәр пакет ҡына булһа ла сүп-сар йыйып алып китеп, махсус урындарға һалып йөрөһә, беҙгә махсус акциялар ҙа кәрәкмәҫ ине. Ләкин... шәп нәмә ул “Таҙа Ағиҙел” акцияһы! Коллектив менән тәбиғәттә рәхәтләнеп эшләйһең дә, ял да итәһең. Һәр хәлдә беҙҙең коллективҡа был акция бик оҡшай һәм беҙ уға ҙур теләк менән сығабыҙ.

Сөнки ер-һыуыбыҙҙың таҙалығына өлөш индерәбеҙ!

Әйткәндәй, махсус акция иғлан ителмәгән замандарҙа ла үҙ теләгебеҙ менән Йылҡысыҡҡан күле буйын таҙартып ҡайта торғайныҡ. Күл ситендәге ағастарҙы аяғөҫтө килеш үлергә мәжбүр иткән теге “теләк теләү” сепрәктәрен дә беҙ сисеп алып яндырып бөттөк. Теләкте, доға ҡылып, Аллаһтан ҡабул итеүен һорайҙар, ә ағасҡа сепрәк бәйләп түгел...

Ҡыҫҡаһы, беҙгә иҫ киткес ерҙә йәшәү бәхете насип иткән Хоҙайға рәхмәтле булып, ер-һыуыбыҙҙы таҙа тоторға тырышайыҡ, райондаштар!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: