-6 °С
Болотло
Ҡырауҙан һуң донъя алмашынды -
Көндәр тартып тора һалҡынға.
Һары ғына ошо көҙҙәремдең
Алтындары йоҡһон аҡылға.
Имен килһен сылбырҙағы көҙөм,
Һау -сәләмәт булһын туғандар.
Көҙгө балҡыш инде - тирә -йүндә,
Йәй күптәнән атын туғарған.
Матур ғына килһен инде йылы -
Күңел һеркелдәтер хәлдәр бар.
Бәрәкәткә була яуһын япраҡ,
Аҡ бәхеттәр һибеп яуһын ҡар.
Ә әлегә көҙҙөң сыбар туйы
Ялан -ҡырҙа итә тантана -
Йәшеллеген һирпкән ағас -ҡыуаҡ
Мәллек балҡышына маҡтана...
Айһылыу Ғарифуллина